Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Үҙе ҡыҙыл, үҙе ҙур!

Баҡсамда помидорҙар бешә башланы. Матур көндәрҙең хуш еҫтәрен, күңелле миҙгелдәрен, яҡты төҫтәрен һаҡлап ҡалайыҡ: интернет селтәренән ике литр банкаға помидор тоҙлау рецептын табып, һеҙҙең менән уртаҡлашҡым килде.

Йыуып киптерелгән банка төбөнә ике зонт укроп, бер лавр япрағы, ике ҡәнәфер, ун бөртөк борос һалырға. Помидорҙарҙы һабаҡ яғынан шырпы менә тишергә лә банкаларға тултырабыҙ.Өҫтөнә яңы ҡайнап сыҡҡан һыуҙы һалғас, ҡапҡас менән ҡаплап, 15 минутҡа ҡалдырабыҙ.

 Рассол өсөн 1,5 литр һалҡын һыуға бер аш ҡалағы тоҙ, 6 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 4 аш ҡалағы томат пастаһы һалып 5 минут ҡайнатабыҙ ҙа помидорҙар өҫтөнә һалып сығабыҙ. Һуңынан таҙа ҡапҡас менән ҡаплап, баштүбән әйләндереп ҡуябыҙ. Банкалар һыуынғансы өҫтәрен йылы япма менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк.

Помидорҙарығыҙҙы ҡыш көнө ашап ҡыуанырға яҙһын!

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: