Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәү асылы - бәхетле булыуҙа

Ғәйнетдин ағайНөгөш буйында йөрөргә ярата. Ә уйҙар, арғымаҡтай, елә генә. “Түбәтәй кейгәнһең, мулла булдыңмы?”- тип һорайҙар ҡай саҡта.

Йәшәү асылы - бәхетле булыуҙа
Йәшәү асылы - бәхетле булыуҙа

Йәшәү асылы - бәхетле булыуҙа

Йылдар уҙған һайын әҙәм балаһы үҙ ғүмеренә баһа бирә бара. Арыҫлан ауылында йәшәгән Ғәйнетдин Камалетдинов та йәйге оҙон кистәрҙә мал-тыуар янында көндәлек эштәрҙе тамамлағас, ишек алдында ауыл күренешен күҙәтә, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп, ғүмер юлын барларға ярата.

Тыумышы менән ул Иштуған ауылынан. Атаһы Сәмсетдин Зәйнетдин улы һуғыштан яраланып ҡайта, һыҙланыуҙар үҙенекен итә, күп тә тормай, 1949 йылда мәрхүм булып ҡуя. Ғаиләләге өлкән ағаһы Шәйхетдинде өләсәһе ҡарауға ала, ә ул - Иштуғанда, Ғәйнетдин әсәһе янында Әбет ауылында ҡала. «Һуғыш балалары тиҙәр беҙҙән өлкәнерәктәрҙе, 1946-1950 йылғыларҙы Еңеү балалары тип атарға ла ярайҙыр», - ти ул. Сөнки ауырлыҡты ла, аслығын да  күп күрҙеләр заманында. Икмәкте лә 60-сы йылдарҙа саҡ туйғансы ашай башлай халыҡ.

4-се класты бөткәс, ағаһын Ленин мәктәбенә уҡырға бирәләр, ә Ғәйнетдинде әсәһе иптәшкә тағы ла үҙ янында алып ҡала. 5-се класты Иштуған ауылында бөтөрөп, 6-сыға Арыҫлан ауылына бара. “Эй-й, белем алам тип, ул йылдарҙа нужа күргән саҡ күп булған инде ул, хәтерләһәң. Юл юҡ, бигерәк тә ҡышын баралы-ҡайталы 14 саҡрым юл тәпәйләргә кәрәк. Һуҡмаҡты көрт баҫһа, ҡош-ҡорттан ҡурҡып тороу ҡайҙа, алмаш-тилмәш малайҙар менән көрт йырып атлауҙар… Ҡайтҡас йорт-ҡура тирәһендә ярҙам итәһең дә, инәйҙәр-апайҙар кисен йыйылып, ҡул эштәрен тотоп ултырғанда, мөйөштә кәрәсин шәме яҡтыһында дәрес әҙерләүҙәр…”

Уҡыуға һәр саҡ атлығып, белемле булырға тырыша үҫмер. Ҡайҙа ул хәҙерге замандағы шикелле уҡырға ингәндә ата-әсәнең балаларын етәкләп йөрөтөүе! Салауат индустрия колледжына экзамен биреп тә кире бороп ҡайтарғандары бөгөнгөләй хәтерендә. Теүәл фәндәрҙе башҡортса уҡый, имтиханды «5»-кә бирә ул. Ә экзамен алыусылар уның белеменә ышанмай, дәлилләргә ҡуша. Урыҫса әпәй-тоҙлоҡ ҡына һупалағас, математика фәнендәге кәсер һандарының әйтелешен ҡайҙан белһен Ғәйнетдин. Һөҙөмтәлә, уны уҡырға ҡабул итмәйҙәр. Ғәрлеге көслө булдымы, киләһе йылға малай Воскресенск интернат-мәктәбенә бара. Урыҫ малайҙар янында көн итеүе, аралашыуы еңелдән булмай, күптәр түҙмәй ҡайтып китә. Исеме генә интернат,  мейесте утын менән  яғып, ятаҡты йылытҡан әбей генә бар, тамаҡ яғын үҙең хәстәрләргә тейешһең. 1963 йылда Нөгөш ҡасабаһында мәктәп төҙөлгәс, 9-сы класты шунда тамамлай Ғәйнетдин. Аҙаҡтан Маяҡ  ҡасабаһындағы училищеға уҡырға инә. Тик “5” билдәләренә тамамлаған егетте Мәләүез ҡалаһы филиалында производство уҡытыу мастеры итеп эшкә ҡалдыралар. Милицияла хеҙмәт итһенме, ҡалалағы янғын һүндереү отрядын эшләһенме (әлеге ваҡыттағы янғын һүндереү депоһының барлыҡҡа килеүе уның тырышлығы менән эшләнгән), үҙ ғүмерендә төрлө йылдарҙа ҡайҙа ғына эшләһә лә, хеҙмәттәштәре янында хөрмәт яулай ул. Башлаған эшен тамамлап ҡуя, кәрәген үтәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, «Дружба» исемендәге хужалыҡта 70 йәшендә механик, экспедитор вазифаһында хеҙмәт юлын тамамлап ҡуя.

Ҡатынынан да уңа Ғәйнетдин.  Рәйфә Ғилман ҡыҙы ғүмер буйы ҡалала тәрбиәсе булып эшләй, мөхәббәт емеше булып бер-бер артлы донъяға килгән Гөлфиә, Әлфиә, Лилиә, Ғәлиә ҡыҙҙарына юғары белем бирәләр, оло тормош юлына баҫтыралар.

Ғәйнетдин ағай Нөгөш буйында йөрөргә ярата. Ә уйҙар, арғымаҡтай, елә генә. “Түбәтәй кейгәнһең, мулла булдыңмы?”- тип һорайҙар ҡай саҡта. Таҡыя - башҡорт халҡының паспорты булған, биҙәгенә ҡарап, ырыуын, ҡошон таныған халыҡ, йәштәргә шуны аңлата  Ғәйнетдин Сәмсетдин улы. Бер уйлаһаң, Совет власы заманында ла дин юҡҡа сыҡмай, уны һәр кем күңелендә йөрөтә. Аллаға шөкөр, ауылда мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашырға, документ буйынса бинаны теркәгәндә ярҙамы тейә уның, шуға ҡыуана. Динде  әхлаҡ тотҡаһы, тип иҫәпләй аҡһаҡал. Милләтебеҙ киләсәге, телебеҙ өсөн дә янып көйә ул. Сит Себер яҡтарына китеп эшләгәндәрҙе лә хупламай, беҙҙең халыҡҡа килешмәгән эш тип иҫәпләй. Кеше үҙ йолаһын онота, донъяға ҡарашы үҙгәрә. Бушҡа ғына батша заманында аңлы, зирәк, зиһенле шәхестәрҙе һөргөнгә шул яҡҡа ебәрмәгән. Ауыл ерендә лә мал тотоп, донъя көтөргә була бит, тип иҫәпләй ул. Ғаилә ағзалары менән бер ултырып сәй эсһәң дә үҙе бер ғүмер, шулай түгелме ни? Бәхет мәғәнәһен үҙенсә аңлай 75 йәшен тултырған юбиляр. Был тормошта йәшәү мәғәнәһен тапҡан, ҡәнәғәтлек алған, уны ситтән эҙләмәгән, үҙ ерендә тапҡан Ғәйнетдин Сәмсетдин улы.

Йәшәү асылы - бәхетле булыуҙа
Йәшәү асылы - бәхетле булыуҙа
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: