Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҫаланың ҡыҙарғанын күргәнегеҙ бармы?

Әҙәм балаһы ҡыҙыҡ бит ул. Бигерәк тә, аш-һыу темаһына ҡағылышлы, донъя халыҡтарының ейгән ризығына күҙ һалһаң, ҡайһы берҙә өшәнес булып китә. Йәне теләгән йылан ите ашаған тиҙәрме әле? Ҡытайҙар, мәҫәлән, тараҡан ашай, кемдер һимеҙ ҡарышлауыҡты деликатес урынына күрә.

Ҡыҫаланың ҡыҙарғанын күргәнегеҙ бармы?
Ҡыҫаланың ҡыҙарғанын күргәнегеҙ бармы?

Әҙәм балаһы ҡыҙыҡ бит ул. Бигерәк тә, аш-һыу темаһына ҡағылышлы, донъя халыҡтарының ейгән ризығына күҙ һалһаң, ҡайһы берҙә өшәнес булып китә. Ҡытайҙар, мәҫәлән, тараҡан ашай, кемдер һимеҙ ҡарышлауыҡты деликатес урынына күрә.

Башҡортоң ашағаны барыһы ла “ҡ”- ға башлана, тип шаярып әйтһәк тә (ҡаҙы, ҡатыҡ, ҡорот, ҡымыҙ һәм башҡалар), ни эшләп үҙебеҙҙең тәбиғәттә таралған ҡыҫаланы тәмләп ҡарамаҫҡа тигән уйға килдем әле. Кемдер кальмар, креветка, краб, лангуст, устрицаны маҡтай бит, был да һыуҙа төйәк иткән тереклек. Әйткәндәй, ҡыҫаланы бысраҡ йылға-күлдә осратмаҫһың, ул тик таҙа, ағып ятҡан һыуҙа үрсей.

Ҡыҫала күпселек (90 процент)  һыу үҫентеләре, шулай уҡ  селәү, ҡабырсаҡлылар, бөжәк, ҡарышлауыҡ, сүмесбаш менән туҡлана. Был диетик аҙыҡта кешегә кәрәкле бар витамин һәм минералдар тупланған, май юҡ кимәлдә, ә тиҙ эшкәртелә торған аҡһым күп. Ҡыҫала менән даими туҡланыу ҡан баҫымын төшөрә, йөрәк-ҡан сиситемаһы сирҙәрен киҫәтә, ябыҡтыра, баш мейеһен эшмәкәрлеген яҡшырта. Кире яҡтары ла барлығын иҫтә тотоғоҙ.  Улар терегөмөштө үҙендә туплау һәләте бар, аллергия барлыҡҡа килеүе лә мөмкин. Ә беҙгә деликатес булараҡ хатта оҡшаны.

Ҡыҫаланың ҡыҙарғанын күргәнегеҙ бармы?
Ҡыҫаланың ҡыҙарғанын күргәнегеҙ бармы?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: