Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Бабай, ҡарбуҙыңды биреп кенә тор әле!

3 августа Халыҡ-ара Ҡарбуҙ көнө  билдәләнә икән. Ошо еләккә бәйле бер хәтирә иҫтә ҡалған. Себерҙән ҡайтҡан апайым менән еҙнәм күрше урыҫ ауылы Әүжәнгә аҙыҡ-түлек алырға барҙы. (Был ваҡиғаға 40 йыллап ваҡыт үткәндер). Ҡараһалар, Әбйәлил районына ҡайтырға  ике балаһын эйәрткән еҙнәмдең килене попутка көтөп тора, ти. Мотоциклдың люлькаһындағы ҡарбуҙды күреп, баланың ныҡ ашағыһы килеп киткәндер инде. ”Бабай, ҡарбуҙыңды биреп кенә тор әле!”, - ти икән теге. Ҡарбуҙға бәйле һеҙ ниндәй  хәлдәргә осрағанығыҙ бар? Хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ!

Бабай, ҡарбуҙыңды биреп кенә тор әле!
Бабай, ҡарбуҙыңды биреп кенә тор әле!

3 августа Халыҡ-ара Ҡарбуҙ көнө  билдәләнә икән. Ошо еләккә бәйле бер хәтирә иҫтә ҡалған. Себерҙән ҡайтҡан апайым менән еҙнәм күрше урыҫ ауылы Әүжәнгә аҙыҡ-түлек алырға барҙы. (Был ваҡиғаға 40 йыллап ваҡыт үткәндер). Ҡараһалар, Әбйәлил районына ҡайтырға  ике балаһын эйәрткән еҙнәмдең килене попутка көтөп тора ти. Мотоциклдың люлькаһындағы ҡарбуҙды күреп, баланың ныҡ ашағыһы килеп киткәндер инде. ”Бабай, ҡарбуҙыңды биреп кенә тор әле!”, - ти икән теге.

Ҡарбуҙға бәйле һеҙ ниндәй  хәлдәргә осрағанығыҙ бар? Хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ!

Был ҡыҙыҡлы.



Ҡарбуҙ 90% һыуҙан торғанлыҡтан медицинала уның файҙаһы юҡ тип уйлағандар.Һуңғы йылдарҙа ғына уның файҙалы матдәләргә бай икәнлеген асыҡлағас медицинала киң ҡулланыла башлай. Ҡарбуҙды һары ауырыуы менән ауырығанада ашарға тәҡдим итәләр, бөйөр, бауыр ауыртҡанда ашарға ла файҙалы, йөрәк ауыртҡанда ла килешә, тамаҡ шешкәндә лә ҡарбуҙ ашарға тәҡдим ителә.Халыҡ медицинаһында ул һейҙек ҡыуыу өсөн файҙалы тип билдәле.Уны йыш ашағанда бөйөр таҙара, организмдан ҡом, ыуаҡ таш сыға.

Ҡарбуз тирене йәшәртә, бит тиреһен яҡшырта, тирегә һығылмалы булырға булышлыҡ итә.
Кемдәр шәкәр даибеты менән ауырый уларға ҡарбуҙ ашау зарарлы.

Бөгөн байрам унайына ҡабуҙ менән үҙегеҙҙе ҡыуандырып алығыҙ.

Фото интернеттан.

Бабай, ҡарбуҙыңды биреп кенә тор әле!
Бабай, ҡарбуҙыңды биреп кенә тор әле!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: