Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Тәмле помидор

Төшкө ашҡа итле помидор әҙерләү өсөн биш-алты помидор, 200 грамм тауыҡ түше, өс аш ҡалағы майонез, 100 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос кәрәк.

Тәмле помидор
Тәмле помидор

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡаты помидорҙарҙың өҫтәрен ҡырҡып, балғалаҡ менән эсен таҙартабыҙ. Шунан тауыҡтың түш итен ваҡлап турап, тоҙлап, борослап, талғын ғына утта ҡыҙҙырғас, уны помидорҙың эсенә тултырабыҙ. Өҫтөнә әҙерәк майонез өҫтәп, ҡырылған сыр һибәбеҙ. Духовкала 15-20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бына беҙ теләгән аҙыҡ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын! 

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: