Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Юшҡын һаулыҡҡа зарарлымы?

Сәй­нүк­тәге юшҡындың сәләмәт­леккә зыяны бармы? Ниндәй миҡ­дарҙа ул зарарлы, фильтр­ҙар ҡулланыу һөҙөм­тәлеме? Белгестәр билдәләүенсә, юшҡындың барлыҡҡа килеү сәбәбе – һыу үткәргес һыуындағы тоҙҙарҙың ултырыуында. Һыуҙы ҡайнатҡанда был тоҙҙар углекислый газға һәм ҡаты матдәгә тарҡала. Шуның һөҙөмтәһендә юшҡын барлыҡҡа килә.

Юшҡын һаулыҡҡа зарарлымы?
Юшҡын һаулыҡҡа зарарлымы?

Организмға аҙ миҡдарҙа ғына юшҡындың эләгеүе хә­үефле түгел. Әммә юшҡын­лы һыуҙы даими ҡулланыу­ҙан сәләмәтлеккә зарар ки­леүе ихтимал. Кешенең ашҡа­ҙанында юшҡын тар­ҡал­ғандан һуң, тоҙ бер­ләшмәләре ҡанға эләгә һәм бөтә организмға тарала. Һө­ҙөм­тәлә тоҙҙар быуын­дарға ултыра, бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығында таш барлыҡҡа ки­лә, ҡан тамырҙары тарая. Өҫ­тәүенә һыуҙың тәм сифатын кәметә. Шуға күрә таҙартыусы фильтрҙар ҡулланығыҙ.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: