Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Төрлө ауырыуҙарҙан дауа

Калорийы әҙ булғанлыҡтан (100 грамға 54 калорий тура килә), ябығырға теләгәндәргә уның емеше ифрат шәп. Унан тыш, составында эфир майҙары, фруктоза, глюкоза, A,PP, E,C,В1, В2 витаминдары, тимер, дубиль матдәләр, калий, магний, марганец, хром, цинк, фосфор, натрий, йод, кобальт бар. Ғәҙәттә был емеште беренсе ҡырау төшкәндән һуң йыйып алалар. Эсәк юлдары фикрофлораһын яҡшырта, метеоризмға ҡаршы емешен ашарға мөмкин. Организмды токсин матдәләрҙән, шлактарҙан арындыра. Төндәрен йоҡлай алмай ыҙалағанығыҙ бармы? Башыңды мендәргә терәп, арыған, талсыҡҡан тәнеңде ял иттерергә әҙерләнәһең. Ә керпек осона эленеп торған йоҡо юҡҡа сыға ла, башыңда көндөҙгө ваҡиғалар ҡайнай башлай. Шул ваҡытта ла һеҙгә терн ярҙамға килер, еңелсә тынысландырыр. Тынығыҙ тарыҡҡанда, күңел болғанғанда ла ул шәп.Әйткәндәй, терн ҡан юлдарын нығыта, таҙарта, шунлыҡтан йөрәк ауырыуҙары менән сирләү ҡурҡынысы аҙая, артериаль ҡан баҫымы нормалләшә, ҡанда холестерин күләме кәмей. Организм иммунитетын күтәрә, бөйөр, бауыр сирен еңел үткәрергә ярҙам итә. Теш ҡаҙналарын нығыта. Терн составындағы антоциан күләме, каротин, А витамины арҡаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың түш онкологияһы сиренән дә сихәте бар, шуның өсөн уны даими ашарға кәрәк. Ҡалын һәм нәҙек эсәктең һығылмалығы өсөн дә бик файҙалы. Тын юлдары менән сирләгәндә еңел антисептик булараҡ та билдәле терн.

Төрлө ауырыуҙарҙан дауа
Төрлө ауырыуҙарҙан дауа

Баҙарҙа һатыуҙа сит яҡта үҫтерелгән еләк-емештең төрлөлөгө хайран ҡалдыра. Ә үҙебеҙҙә үҫкәндәрен, мәҫәлән, күгән (терн) ҡыуағын илтифат итмәйбеҙ. Ауыҙҙы бөрөштөргән емешкә ҡарағанда күберәк слива, алычаға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Белгегеҙ килһә, уның емеше бик файҙалы, өлгөргән ваҡытында үҙенсәлектәрен иҫегеҙгә төшөрөргә булдыҡ.

Калорийы әҙ булғанлыҡтан (100 грамға 54 калорий тура килә),  ябығырға теләгәндәргә уның емеше ифрат шәп. Унан тыш, составында эфир майҙары, фруктоза, глюкоза, A,PP, E,C,В1, В2 витаминдары, тимер, дубиль матдәләр, калий, магний, марганец, хром, цинк, фосфор, натрий, йод, кобальт бар. Ғәҙәттә был емеште беренсе ҡырау төшкәндән һуң йыйып алалар.

Эсәк юлдары фикрофлораһын яҡшырта, метеоризмға ҡаршы емешен ашарға мөмкин. Организмды токсин матдәләрҙән, шлактарҙан арындыра.

Төндәрен йоҡлай алмай ыҙалағанығыҙ бармы? Башыңды мендәргә терәп, арыған, талсыҡҡан тәнеңде ял иттерергә әҙерләнәһең. Ә керпек осона эленеп торған йоҡо юҡҡа сыға ла, башыңда көндөҙгө ваҡиғалар ҡайнай башлай. Шул ваҡытта ла һеҙгә терн ярҙамға килер, еңелсә тынысландырыр. Тынығыҙ тарыҡҡанда, күңел болғанғанда ла ул шәп.Әйткәндәй, терн ҡан юлдарын нығыта,  таҙарта, шунлыҡтан йөрәк ауырыуҙары  менән сирләү ҡурҡынысы аҙая, артериаль ҡан баҫымы нормалләшә, ҡанда холестерин күләме кәмей. Организм иммунитетын күтәрә, бөйөр, бауыр сирен еңел үткәрергә ярҙам итә. Теш ҡаҙналарын нығыта. Терн составындағы антоциан күләме,  каротин, А витамины  арҡаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың түш онкологияһы сиренән дә сихәте бар, шуның өсөн уны даими ашарға кәрәк. Ҡалын һәм нәҙек эсәктең һығылмалығы өсөн дә бик файҙалы. Тын юлдары менән сирләгәндә еңел антисептик булараҡ та билдәле терн.

Дөрөҫөн әйткәндә, был көрән күк төҫтәге емештең файҙалы һанап бөткөһөҙ.  Дарыу сифатында ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Төрлө ауырыуҙарҙан дауа
Төрлө ауырыуҙарҙан дауа
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: