Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Үәт әй! Ышанмаһаң. ышан!

Ҡытайҙан Рәсәйгә оҙатылырға тейешле тауар араһында хужаһын күҙәткән шпион электроника табылған.

Үәт әй! Ышанмаһаң. ышан!
Үәт әй! Ышанмаһаң. ышан!

Үәт әй! Ыста! Ышанмаһаң, ышан! Ҡытай дуҫтарыбыҙҙың һәләтенә хакерҙар ғына түгел, Америка разведчиктары көнләшер.

Ә хәл бына былайыраҡ. Ҡытайҙан Рәсәйгә оҙатылырға тейешле тауар араһында хужаһын күҙәткән шпион үтек, телефон, видеорегистратор, сәйнүк табылған. Санкт-Петербург ҡалаһының ҡайһы бер магазиндарына “бүләк”тең 30-ға яҡын бындай төрө сауҙаға сығарылып та өлгөргән.

- Бындай электрониканы розеткаға тоташтырыу менән «Вай фай» селтәре буйынса 200 метр радиустағы компьютерға, төрлө техникаға вирус, спам ебәрә. Бәләкәй генә чип ул, микрофоны ла бар. Бығаса ундай сюрприз осраманы, ышаныслы партнер ине. Башҡа төбәктәргә таралыу ихтималлығы билдәһеҙ, - ти компания директоры.

Быны Ҡытайҙа уҡ брокер компанияһында Рәсәй белгестәре асыҡлаған, төргәктең ауырлығы бер нисә грамға артығыраҡ булыуы шик тыуҙырған.

Бына һиңә, мә! Ишетмәһәң, ишет!

Үәт әй! Ышанмаһаң. ышан!
Үәт әй! Ышанмаһаң. ышан!
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: