Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Аҙналыҡ йондоҙнамә

Йондоҙҙар кәңәшенә ҡолаҡ һал

Аҙналыҡ йондоҙнамә
Аҙналыҡ йондоҙнамә

Ҡуҙы

Көс өҫтәлеүен һиҙерһең, үҙеңде донъя тотҡаһылай тойорһоң. Был халәтте файҙалы үҙәнгә йүнәлтеү зарур.

Буға

Ғаилә йәшәйешенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү иң мәшәҡәтле шөғөл булмаҡсы. Йәкшәмбелә һаулыҡҡа иғтибар бүлеү кәрәгер. 

Игеҙәктәр

Бөтәһен кисектерәһең, аныҡ маҡсатың юҡ. Үҙеңде ҡулға алып, мөһим ғәмәл ҡылырға ваҡыт.

Ҡыҫала

Сығышың уңышлы ғына тамамланыр. Мәғлүмәт башҡа һеңһен өсөн, уны ҡысҡырып, үҙ алдыңа һөйләү отошло.

Арыҫлан

Шәхси проблемаларҙан арынып, иғтибарҙы еңел-елпегә йүнәлтеү мөһим.  Мәнфәғәтеңде яҡла.

Ҡыҙ

Зауыҡлы әйбергә ҡыҙыҡһыныу уяныр. Яҡшы тәьҫораттарға ынтылырһың. Үҙеңде ижадта һынап ҡарау теләге барлыҡҡа килер.

Үлсәү

Күптән ял итмәгәнһеңдер. Тәбиғәткә сығыу, сәфәр ҡылыу артыҡ булмаҫ. 

Саян

Хыялыңды тормошҡа ҡыйыуыраҡ ашырырға шәп мөмкинлек бар.  Теләктәреңә, эске тауышыңа ҡолаҡ һалһаң, отолмаҫһың. 

Уҡсы

Ниәтләгән эшең яйға һалыныр. Тормошоңдо күҙаллау ябайлашыр, тик планға ярашлы эш итеү мотлаҡ.  

Ылаҡ

Пландарыңды ҡайтанан барларға тура килмәгәйе. Тормошоңда ла үҙгәрештәр көтөлә, тик был һағайтмаһын.

Һыуғояр

Семинар, лекцияларға барып, файҙалы ваҡ-төйәк ҡул эшенә өйрәнеү отошло булыр.

Балыҡ

Ташып торған энергияңды матди юҫыҡҡа йүнәлтһәң, һөҙөмтә, һис шикһеҙ, оҡшар, ҡәнәғәт ҡалырһың.

 

Аҙналыҡ йондоҙнамә
Аҙналыҡ йондоҙнамә
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: