Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Көлөгөҙ, файҙаһы күп, белегеҙ

Көлгәндәр оҙаҡ йәшәй

Көлөгөҙ, файҙаһы күп, белегеҙ
Көлөгөҙ, файҙаһы күп, белегеҙ

Берәү мылтыҡ тотоп урам буйынан килә. Уға танышы осрай.
— Ҡайҙа киттең былай?
— Ҡәйнәмдең тыуған көнөнә. Бына, бүләккә алҡа ла алдым.
— Ә ниңә мылтыҡ күтәрҙең?
— Ҡолағын тишергә.

* * *

— Йәнем, ә тыуған көнөмә һин нәмә бүләк итерһең?
— Ана, теге мерседесты күрәһеңме?
— Ой, йәнем, күрәм, әлбиттә!
— Нәҡ шул төҫтәге колготки бүләк итәм.

* * *

— Һин кемде күберәк тыңлайһың, әсәйеңдеме, атайыңдымы?
— Әсәйемде инде.
— Нишләп улай, һин бит малай кеше.
— Әсәй күберәк һөйләй бит.

* * *
— Кәкүк, кәкүк! Минең күпме ғүмерем ҡалған?
— Кәк...
— Нишләп шулай а…

* * *
Матбуғат конференцияһы бара. Президент һәм юғары етәкселәр ҡатнашлығында илдәге тәртипһеҙлектәрҙе тикшерәләр. Бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа. Сәбәбе лә бар: унда кризис, бында етешһеҙлек, тегендә – кәмселек… Кемделер һүгәләр, нәмәгәлер зарланалар. Һәм залдан бер журналист президентҡа һорау бирә:
— Ә һеҙ “балыҡ башынан серей” тигән мәҡәлгә нисек ҡарайһығыҙ?
Президент залға күҙ йүгертеп ала ла йылмайып ҡуя:
— Балыҡ ысынлап та башынан серей. Ләкин уны ҡойроғонан таҙарта башлайҙар.

* * *
Уҡытыусы үҙен тилегә иҫәпләгән балаларға баҫырға тәҡдим итә. Класс бер мәлгә тын ҡала. Тирә-яғына ҡарана-ҡарана бер малай тороп баҫа. Уҡытыусы уға ҡыҙғаныс ҡараш ташлай:
— Һин үҙеңде ысынлап та тиле тип уйлайһыңмы?
— Юҡ, уйламайым. Уңайһыҙландым ғына, бер үҙегеҙ баҫып тораһығыҙ бит.

* * *
— Ой, һеҙ бөгөн шундай сибәр.
— Һеҙ бөтә матур ҡыҙҙарға ла шулай өндәшәһегеҙме?
— Юҡ, матур ҡызҙарға башҡаса өндәшәм.

Көлөгөҙ, файҙаһы күп, белегеҙ
Көлөгөҙ, файҙаһы күп, белегеҙ
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: