Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
5 Октябрь , 09:57

Йондоҙнамә фаразы

Йондоҙҙар кәңәшенә ҡолаҡ һал

Йондоҙнамә фаразы

Ҡуҙы

Ваҡытында сиселмәгән мәсьәлә тәҡәтеңде ҡоротор, уны яңынан ҡарау бурысы көнүҙәк булыр.

Буға

Яңғыҙың ҡалып, көндәлек ығы-зығынан ял итергә теләрһең. Тәбиғәткә сығыу ярап ҡалыр. 

Игеҙәктәр

Бөтәһе лә еңел генә бирелмәй. Сағыу тәьҫораттар туплауға мохтажлыҡ кисерәһең, яйын табырға кәрәк.

Ҡыҫала

Аҡса иҫәп ярата, шуның өсөн бюджетты яңынан ҡарап, уйламаған сығымды кисектереп, кәрәгенә генә сумма бүлеү отошло.

Арыҫлан

Төрлө өлкәлә белемде камиллаштыра башлар өсөн уңышлы мәл. Был осорҙа йондоҙҙар сәйәхәткә юлланырға кәңәш итә.

Ҡыҙ

Донъяға ҡарашыңа иғтибар бүлеү мотлаҡ. Мөмкинлек бар икән, сәләмәтлекте хәстәрләү отошло.

Үлсәү

Сағыу үҙгәрештәр, ҙур боролоштар ваҡыты етә. Был шәхси тормошҡа ҡағыла: мөхәббәт, ғаилә, балалар... Ижади күтәрелеш осоро.  

Саян

Башыңа ингән алама уйҙар менән көрәшергә кәрәк. Үҙең генә ҡалыу, бәлки, хәлде бер аҙ еңеләйтер.              

Уҡсы

Сәйәхәткә юлланыуҙы планлаштырһаң, отош­ло тур һайлау мөмкинлеге бар. Тел өйрәнеүгә йондоҙҙар ыңғай йоғонто яһай.

Ылаҡ

Арыуың еткән, тирә-яҡ һис ҡыҙыҡһындырмаҫ. Тимәк, ысынлап та күп эшләгәнһең, тулыһынса хәл алырға ниәтләйһең.

Һыуғояр

Киләһе аҙна үҙеңде аңлауға йүнәлтелә. Һорауҙарға яуап табырһың, дөрөҫ  ғәмәл планлаштырһаң, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшерһең.

Балыҡ

Был аҙнала ижад өлкәһенә ҡағылышлы төрлө идеялар биләр күңелеңде.  Эске тауышыңа ҡолаҡ һал, был хаталаныуҙан ҡотҡарыр.

Йондоҙнамә фаразы
Автор:Мархаба Гайнетдинова