Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Кишер менән манныйҙан бәлеш

Манный ярмаһынан был ризыҡ шул хәтлем тәмле килеп сығып уйламаным да. Уның өсөн ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән 2 стакан кишер, берәр стакан он, манный ярмаһы, шәкәр, кефир (йогурт), ике йомортҡа, 150 грамм маргарин йәки аҡ май, бер ҡап ваниль, уксуста һүндерелгән бер балғалаҡ сода йәки ҡамыр ҡабартҡыс кәрәк.

Кишер менән манныйҙан бәлеш
Кишер менән манныйҙан бәлеш

Манный ярмаһынан был ризыҡ шул хәтлем тәмле килеп сығып уйламаным да.

Уның өсөн ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән  2 стакан кишер, берәр стакан он, манный ярмаһы, шәкәр, кефир (йогурт), ике йомортҡа, 150 грамм маргарин йәки аҡ май, бер ҡап ваниль, уксуста  һүндерелгән бер балғалаҡ сода йәки ҡамыр ҡабартҡыс кәрәк.

Бәлештең рецебы

Кефирға ярманы һалып болғатып, ярты сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Кишерҙе ҡырғандан һуң һутын һығып алабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туғығандан һуң, ваниль, уға эретелгән маргарин ҡушабыҙ. Соданы өҫтөнә кусус һалып һүндергәндән һуң, шулай уҡ иләнгән он һәм ҡырылған кишерҙе һалып болғатабыҙ. Ҡамырға йөҙөм менән күрәгә өҫтәһәң дә ярай. Майланған табаға һалып,  190-200 градус ҡыҙыулыҡта бешерәбеҙ. 40-45 минутта тел йоторлоҡ бәлеш килеп сыға.

Кишер менән манныйҙан бәлеш
Кишер менән манныйҙан бәлеш
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: