ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Октябрь айында баҡсала эш тамамланмай

Емеш ағастарын, ҡыуаҡтарҙы ҡышҡа әҙерләү мәле етте.

Октябрь айында баҡсала эш тамамланмай
Октябрь айында баҡсала эш тамамланмай

Емеш ағастарын, ҡыуаҡтарҙы ҡышҡа әҙерләү мәле етте.

Айҙың беренсе ун көнлөгөндә, һыуыҡтар иртә башланып китмәгәндә, алмағас һәм грушаның, ҡурай еләге һәм ҡарағаттың үҙебеҙҙә үҫтерелгән сорттарын ултыртыуҙы дауам итергә мөмкин. Ҡарт ағастарҙың кипкән ботаҡтарын киҫегеҙ.

Олон тирәләй тәбиғи һәм минераль ашламалар индереп, тупраҡты ҡаҙып сығығыҙ. Ағас төбө тирәһендәге тупраҡты серетмә,  тиреҫ менән ҡаплағыҙ.Баҡса еләге плантацияһын да онотмағыҙ. Һыуыҡтан һаҡлар өсөн өҫтөнә  һалам, сысҡан менән ҡомаҡ эйәләшмәһен өсөн ағыу һибергә кәрәк.

 Ҡаты ҡорт (проволочник) менән зарарланған урындарҙы ер туңа башлағас ҡаҙырға мөмкин. Был осраҡта ҡаты ҡорт һәләк була.

Октябрҙә күп йыллыҡ сәскәләрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләй башлайҙар. Розаларҙың ҡайһы бер төрҙәрен һабағын ерҙән 50 сантиметр ҡалдырып киҫәләр. Өлгөрөп етмәгән йәш ботаҡтарҙы ла киҫеп ташларға кәрәк, һыуыҡ ҡышта улар барыбер түҙмәйәсәк. Үрмәләп үҫә торған розаларҙың ботаҡтарын ҡыҫҡартып бөгөп, ергә ятҡыралар.

Айҙың ун көнлөгө һарымһаҡ сәсеп ҡалдырыу өсөн иң уңай осор. Ултыртыр алдынан серетмә, суперфосфат, мочевина кеүек ашлама индереп ҡалыу зарур. Быйыл йыл ҡоро килде, шуға ла тупраҡҡа һыу һибергә онотмағыҙ.

Ай уртаһында һыуыҡҡа сыҙам культураларҙы - кишер, петрушка, сельдерей һәм укроп сәсеп ҡалдырырға була. Башҡараһы эштәр бихисап, тик өлгөрөп кенә ҡал.

Октябрь айында баҡсала эш тамамланмай
Октябрь айында баҡсала эш тамамланмай
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: