Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Көлөшөп алайыҡ әле

Бармаҡҡа hуҡмаҫ өсөн сүкеште ике ҡуллап тоторға кәрәк икән!

Көлөшөп алайыҡ әле
Көлөшөп алайыҡ әле

*Әбей ҡартайған, үлергә ваҡыты еткән икән, уның йәнен алырға Ғазраил килгән ти. Әбекәй үлемдән ҡасып, балалар баҡсаhында бутҡа ашап ултыра икән. Ғазраил унда барған hәм:

- Әйҙә, әбей, мин hинең йәнеңде алыр­ға килдем, киттек, - тигән.

- Мин бамайым, мин мәм-мәм ашайым, - ти икән әбей. Ғазраил балалар тауышы менән:

- Әйҙә, әйҙә мәм-мәм аша ла,  дрын-дрын барабыҙ.

*Физкультуранан зачет тапшырыр алдынан уҡытыусы:

– Был һеҙгә математика түгел, бында баш менән уйларға кәрәк.

*- Ни хәл, күрше! Кисә һеҙҙә ниндәй байрам ине?

— Ҡатын утыҙ йәше тулыуҙың ун йыллығын билдәләне.

*Уполномоченный бик шиксел кеше икән. Биргән ришүәтте өс тапҡыр һанап сыҡты.

*Апаһы – ҡустыһына:

– Йомшаҡ уҡыусы һин!..

– Юҡ, көслө! Уҡытыусы: “Һин бер үҙең бөтә класты артҡа һөйрәйһең!” – тине.

*Ике hаңғырау осраша. Береhe hopaй:

- Һин мунсағамы?

- Юҡ, мин мунсаға.

- Ә-ә-ә, мин hине мунсаға бара тип уйлаhaм.

*Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан һорай:

- Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була?

- Тәнәфес ваҡыты, әлбиттә, - ти уҡыусы.

*- Атай, бармаҡҡа hуҡмаҫ өсөн сүкеште нисек тоторға кәрәк?

-Ике ҡуллап!

Көлөшөп алайыҡ әле
Көлөшөп алайыҡ әле
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: