Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
13 Октябрь , 14:12

Сатнаған һауытты ысынлап та тотонорға ярамаймы?

Был хөрәфәт кенәме икән...

Сатнаған һауытты ысынлап та тотонорға ярамаймы?

Халыҡта ватылған, сатнаған һауытты өйҙә тоторға ярамай тигән хөрәфәт бар, ләкин бының сәбәбен белгән һирәктер. Һауыт-һаба шылтырамай тормай тиҙәр… Тормош булғас төрлө хәлдәр була, һауыт-һаба сатнарға ла, ватылырға ла, кителергә лә мөмкин. Һәр өйҙә яңылышмы, ул ватылып тора. Күп кеше бындай һауыт ҡайғы килтерә ти. Шулаймы икән ул?

Беҙ ашханаларҙа сатнаған, кителгән һауыт-һаба тотоноу тыйылғанлығын беләбеҙ. Бындай һауытта зарарлы бактерия, микробтар йыйыла икән. Шундай бактерия – протей таяҡсығы. Ул сереү бактерияларына инә. Аҙыҡ ҡалдығы ҡалған урында оҙаҡ һаҡлана һәм үрсей.

Шуға күрә ватылмаған һауыт-һаба тотоноғоҙ, сирләмәгеҙ.

Сатнаған һауытты ысынлап та тотонорға ярамаймы?
Автор:Мархаба Гайнетдинова