Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
15 Октябрь , 09:55

Кисә йәнһүрәт геройы Винни Пухтың тыуған көнө булған икән

Курсташым Винни Пухҡа бәйле көләмәскә оҡшаған булған хәл бәйән итте. Ауылдарында күрше ирекәйҙең ҡушаматы Винни Пух булған.”Пух” тип өндәшәләр икән тегегә. Исеме Винер булғас, бала саҡтан килгән ҡушаматҡа үҙе лә, кәләше лә өйрәнеп бөткән инде. Бер ваҡыт сиғандар өй беренсә теләнселәп йөрөгәндә быларға ла ингәндәр.”Пух есть?”- тип һорайҙар икән, ҡаҙ мамығы һорап.”Пух на работе”, - ти икән ҡатын.”Нам пух нужен, дома есть?”- тип ҡабатлап һорайҙар икән. “Дома нет, в восемь часов придет”, - тип, сығарып ебәргән.”Такая странная женщина. Спрашиваем, есть ли пух. А она отвечает, что он на работе. Күршеһе лә аптырап тормай:”Да, сама видела, как Пух на работу уходил, она не врет”, - тигән була, ти.

Кисә йәнһүрәт геройы Винни Пухтың тыуған көнө булған икән

Курсташым Винни Пухҡа бәйле көләмәскә оҡшаған булған хәл бәйән итте.

Ауылдарында күрше ирекәйҙең ҡушаматы Винни Пух булған.”Пух” тип өндәшәләр икән тегегә. Исеме Винер булғас, бала саҡтан килгән ҡушаматҡа үҙе лә, кәләше лә өйрәнеп бөткән инде.

Бер ваҡыт сиғандар өй беренсә теләнселәп йөрөгәндә быларға ла ингәндәр.”Пух есть?”- тип һорайҙар икән, ҡаҙ мамығы һорап.”Пух на работе”, - ти икән ҡатын.”Нам пух нужен, дома есть?”- тип ҡабатлап һорайҙар икән. “Дома нет, в восемь часов придет”, - тип, сығарып ебәргән.”Такая странная женщина. Спрашиваем, есть ли пух. А она отвечает, что он на работе. Күршеһе лә аптырап тормай:”Да, сама видела, как Пух на работу уходил, она не врет”, - тигән була, ти.

Кисә йәнһүрәт геройы Винни Пухтың тыуған көнө булған икән
Автор:Аклима Имамова