Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
19 Октябрь , 11:32

Көлөшөп алайыҡ әле

- Һин кем менән иҫәнләштең ул? - Икенсе иремдең беренсе ҡатынының өсөнсө ире менән.

Көлөшөп алайыҡ әле

Яңы байғура оҙаҡ ҡына Эрмитажды ҡарап йөрөгәндән һуң шундағы бер хеҙмәткәргә:

- Ярайһы ғына йорт икән дә... Йыһаздары ғына бик иҫке.

 

Операция өҫтәлендә ятҡан ауырыу хирургтан һорай:

- Әйтегеҙ әле, операциянан һуң мин скрипкала уйнай алырмынмы?

- Әлбиттә, уйнай алырһығыҙ.

- Ысынмы?

- Эйе, эйе!

- Ҡыҙыҡ ҡына операция икән, - тип ҡуя ауырыу. - Бер ҡасан скрипкала уйнағаным булманы, юғиһә...

 

- Хәлдәр шәптән түгел - этем юғалды.

- Гәзиткә белдереү биреп ҡара.

- Файҙаһыҙ... Ул бит уҡый белмәй...

 

Брежнев Америкаға шылтырата ти...

- Алло,  Картермы?

- Юҡ.

- Рейганмы ней?

- Түгел.

- Ә кем һуң?

- Билл Гейтс.

- Ә-ә... Таныманым... Бай булырһың...

 

- Һин кем менән иҫәнләштең ул?

- Икенсе иремдең беренсе ҡатынының өсөнсө ире менән.

 

- Һинең менән танышҡандан бирле йүнләп ашай ҙа, эсә лә алмайым, - тип әйтә ти бер ир һөйәркәһенә.

- Шул тиклем ныҡ ғашиҡ булдыңмы ни?

- Ғашиҡ тип... Ул әйберҙәргә аҡсам ҡалмай башланы...

 

Хеҙмәткәр начальник янына инә лә, һүҙ башлай:

- Мин һеҙҙә ун йыл эшләйем инде, тик быға тиклем бер тапҡыр ҙа эш хаҡымды арттырыу тураһында һорағаным юҡ ине...

- Шуға күрә ун йыл эшләнегеҙ ҙә! - тип яуаплай начальник.

Көлөшөп алайыҡ әле
Автор:Мархаба Гайнетдинова