Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Көлөшөп алайыҡ әле

*Йоҡонан уянғанда кәйефем шәп икән, тимәк, йоҡлап ҡалғанмын.

Көлөшөп алайыҡ әле
Көлөшөп алайыҡ әле

*- Өйҙөң аҫты-өҫкә килгән саҡта ҡыңғырау төймәһенә баҫһалар, бүлмә уртаһына тиҙ генә күнәк менән һыу сығарып ҡуям. Ҡулыма иҙән сепрәге алам да, «Иии өй йыйыштырып ятам әле», - тип ишекте асам.

*Икәү бергә йәшәү – айырым йәшәгән осраҡта килеп тыумаясаҡ мәшәҡәтте хәл итеү ул.

*Совет осоро. Беренсе Май байрамы журналист урамда интервью алып йөрөй:

- Беҙҙең радио өсөн тура эфирҙа нимә әйтерһегеҙ?

- Ысҡын бынан!

- Бөтә ҡалала бына шулай, йәмәғәт! Уйын-көлкө! Күңел асыу! Шаярыу!..

*Врач башы ауыртыуҙан зарланып килгән ҡатындан һорай:

- Һеҙ кейәүҙәме?

- Юҡ.

- Улайһа, бының сәбәбен нисек аңлатырға ла белмәйем.

*Ир менән ҡатын әрләшә.

- Һиңә кейәүгә сығып, йүләр булдым!-

- Мин дә нишләп һине алдым инде, ахмаҡ баш!

Быны ишеткән улдары ҡушыла:

- Икегеҙҙең дә аҡылы юҡ, ә минән “бишле”ләр талап итәһегеҙ!

*-  Ханым, һеҙҙең менән элек күрешмәгән инекме?

- Күрешкән инек. Миңә өйләнергә һүҙ биргән инегеҙ!

- Әй, юҡ. Һеҙҙе кемгәлер оҡшаттым, ахырыһы.

*Йоҡонан уянғанда кәйефем шәп икән, тимәк, йоҡлап ҡалғанмын.

*Ғаиләлә тыныслыҡ һаҡлау өсөн мөхәббәт, хөрмәт, сабырлыҡ һәм һәр кемгә үҙ компьютеры кәрәк.

*Өләсәйе ейәнсәренә әкиәт һөйләй:

- Ҡыҙым, ололарҙы тыңларға кәрәк. Бына Ҡыҙыл башлыҡты тыңламаған өсөн бүре тотоп ашаған.

- Башта ул бит өләсәйҙе ашаған.

Көлөшөп алайыҡ әле
Көлөшөп алайыҡ әле
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: