Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
30 Октябрь , 08:00

Йод дефициты -мәкерле ауырыу.

Күп кеше организмға йод етмәүҙе авитаминоз менән бутай. Уның икеһенең дә билдәләре бер үк. Һәр ике осраҡта ла кешене даими арығанлыҡ, йыш һалҡын тейеү, тырнаҡтарҙың һыныусанлығы, сәсҡойолоу кеүек билдәләр борсой.

Йод дефициты -мәкерле ауырыу.

Күп кеше организмға йод етмәүҙе авитаминоз менән бутай. Уның икеһенең дә билдәләре бер үк. Һәр ике осраҡта ла кешене даими арығанлыҡ, йыш һалҡын тейеү, тырнаҡтарҙың һыныусанлығы, сәсҡойолоу кеүек билдәләр борсой.

Йод дефициты сәләмәтлек өсөн бик ҡурҡыныс.  Йод ярҙамында эшләнә торған гормондар кеше организмының барлыҡ органдарына һәм системаларына йоғонто яһай. Йәш организм өсөн йод етмәүе бигерәк тә ҡурҡыныс. Өс йәшкә ҡәҙәре сабыйҙарҙың психик үҫешенә тотҡарлыҡтар килеп сығырға мөмкин, ә өлкәнерәктәре үҫештән артта ҡала, кәүҙә ауырлығы арта һәм йыш ауырый. Йодҡа ҡытлыҡ гормондар синтезы боҙолоуға ла килтерә.

Организмдың йодҡа ҡытлыҡ кисереүҙән ҡотолор өсөн, иң беренсе сиратта йодҡа бай ризыҡ менән туҡланырға кәрәк. Аҙнаға ике тапҡыр диңгеҙ балығы грамлы порция ризыҡ организмда тәүлек йод нормаһын тәьмин итә ала. Диңгеҙ кәбеҫтәһе шулай уҡ йод дефициты ваҡытында алыштырғыһыҙ ризыҡ булып 

һанала. Тәүлегенә  грамм был үҫемлекте ҡулланыу һеҙҙең организмды кәрәкле микроэлементтар менән байытасаҡ.

Йодлаштырылған тоҙ менән “дуҫлашыу” зыян итмәҫ.Уның организмға кәрәкле тәүлек күләме  грамм тәшкил итә. Шуны иҫтә тотоғоҙ:йодлы тоҙҙо әҙер ризыҡҡа ғына өҫтәргә кәрәк.

Йод кишер, томат, баклажан, һуған, әфлисун, фейхоа, хөрмә, алмала бар.

Йод дефициты -мәкерле ауырыу. Күп кенә был осраҡта проблеманы махсус тикшеренеү ярҙамында ғына асыҡлап була.

Йод дефициты -мәкерле ауырыу.
Автор:Аклима Имамова