Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
30 Октябрь , 09:40

Йондоҙнамә фаразы

Етди мәсьәләләргә еңелсә ҡарарға өйрән.

Йондоҙнамә фаразы

Ҡуҙы

Етди мәсьәләләргә еңелсә ҡарарға өйрән. Һөйгәнең менән мөнәсәбәт асыҡлау кәйефеңде ҡырыр.  

Буға

Үҙгәрештәргә артыҡ әһәмиәт биреү кәрәкмәҫ. Ниәтләгән проектты башлауҙы һуҙма, ул килемле булмаҡсы.

Игеҙәктәр

Элек ҡәнәғәтлек килтергән мәшәҡәткә тотоноу теләге һүрелер. Эске тауышҡа ҡолаҡ һалыу ҡамасауламаҫ.

Ҡыҫала

Саф һауала йыш йөрөү күңелеңә хуш килер, кәйефең күтәрелер. Осор төрлө эшмәкәрлек өсөн ҡулай.

Арыҫлан

Ғәйбәт уртаһында көйөүең ихтимал. Тыныслыҡ тураһында оноторға тура килер.  

Ҡыҙ

Күп ваҡытыңды эштә уҙғарырға мәжбүр булырһың. Йәшәйешең тураһында бөтәһен дә асып һалмау хәйерле.

Үлсәү

Ҡырҡыу һүҙҙәрҙән һуң ыҙғыш ҡубыр. Элекке дуҫтар менән аралашыу шик-шөбһәңде таратыр.

Саян

Эшлеклеләргә эш тураһында тәҡдим булыр. Ентекләп уйлап ҡына ризалашырға мөмкин. 

Уҡсы

Һис нигә күңелең ятмаҫ. Эштә хис-тойғоно тыйыу мөһим. Аралашыуға ваҡытыңды ҡыҙғанма.

Ылаҡ

Тышҡы ҡиәфәтеңде үҙгәртеү теләге тынғы бирмәҫ. Эшлекле осрашыуҙан ыңғай һығымта яһа.

Һыуғояр

Тормошта киҫкен үҙгәрештәр көтөлә. Бөтә мөһим мәсьәләне хәл итеүҙе ҡулай осорға ҡалдырып тороу хәйерле.    

Балыҡ

Күңелһеҙ ваҡиға шаһиты булырға тура килер. Был хәл күнегелгән халәтеңдән  оҙаҡҡа сафтан сығарыр. Ял көндәрен ғаиләлә уҙғарыу  хәйерле. 

Йондоҙнамә фаразы
Автор:Мархаба Гайнетдинова