Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
10 Ноябрь , 11:35

Ниндәй ризыҡ ашап ябығырға була?

Урта йәште үткән күптәрҙе ошондай һорау борсой. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, хатта үҫеп килгән йәш быуын араһында ла кәүҙәгә тулылар йыш осрай. Әлбиттә. Уның сәбәптәре бик күп. Аҙ хәрәкәт итеү, ашағанда күберәк углеводлы ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү һәм башҡалар. Көнөнә ике литр һыу эсергә лә онотабыҙ. Медицинаға ғына һаулыҡты тапшырып, ҡул ҡушырып ултыра ярамағанлығын һәммәбеҙ ҙә беләбеҙ. Ҡәҙерле дуҫтар, рецепттарығыҙ менән уртаҡлашырға онотмағыҙ!

Ниндәй ризыҡ ашап ябығырға була?

Урта йәште үткән күптәрҙе ошондай һорау борсой. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, хатта үҫеп килгән йәш быуын араһында ла кәүҙәгә тулылар йыш осрай. Әлбиттә. Уның сәбәптәре бик күп. Аҙ хәрәкәт итеү, ашағанда күберәк углеводлы ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү һәм башҡалар. Көнөнә ике литр һыу эсергә лә онотабыҙ. Медицинаға ғына һаулыҡты тапшырып, ҡул ҡушырып ултыра ярамағанлығын һәммәбеҙ ҙә беләбеҙ.

Шуға ла интернет селтәрен байҡап, үҙебеҙҙең районда үҫтерелгән ауыл хужалығы культураларының береһе - етен тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашҡы килде.  Етен оно артыҡ ауырлыҡ менән яфаландарға. Шулай уҡ гастрит, колит, ашҡаҙандың сей яраһы, бәүел юлы инфекциялары, цистит, тын алыу юлдары елһенеүенән ярҙам итә. Шәкәр диабеты, гайморит, ангина, гипертония сирҙәренән профилактика сараһы булараҡ та ҡулланалар. Өлкән апайым ҡоймаҡ ҡойғанда ла ҡалаҡлап етен оно ҡушып ебәрә торғайны. Тулы кәүҙәлеләргә етендең файҙаһын күрер өсөн өс аҙналыҡ дауаланыу курсы тәҡдим итергә мөмкин.

Беренсе көндән етенсе көнгә тиклем ярты стакан кефирға бер аш ҡалағы етен онон һалып болғатырға ла, иртәнсәк ас ҡарынға эсегеҙ. Һигеҙенсе көндән тағы бер аҙна шул миҡдарҙағы кефирға ике аш ҡалағы он, ә өсөнсө аҙнала бер стакандай кефирға өс аш ҡалағы етен оно ҡушырға ла иртәнге аштан алда эсеп ҡуйырға.

Дауаланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

 

Ниндәй ризыҡ ашап ябығырға була?
Автор:Аклима Имамова