Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
11 Ноябрь , 15:33

Активлаштырылған күмер дарыу ғынамы?

Күмерҙе күптәр аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда ғына ҡулланырға кәрәк, тип уйлап яңылыша. Күмерҙе насар еҫте бөтөрөү өсөн дә файҙаланырға мөмкин икән. 

Активлаштырылған күмер дарыу ғынамы?

Активлаштырылған күмерҙе күптәр аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда ғына ҡулланырға кәрәк, тип уйлап яңылыша. Күмерҙе насар еҫте бөтөрөү өсөн дә файҙаланырға мөмкин икән. Мәҫәлән, һыуытҡыста берәй ризыҡтың оҙағыраҡ ятыуы сәбәпле насар еҫ сыҡһа, активлаштырылған күмер ярҙамға килер. Кәштәләрен йыуып, ҡоротоп һөртөргә лә киң генә һауытҡа бер нисә күмерҙе һалып ултыртырға. Уны 8-10 сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға. Бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмаҫ.

*Ул эс күпкәндә, һауа тулғанда ярҙам итә. Ашарҙан алда бер нисә төймә күмер эскән кеше бындай проблеманы ғүмер буйы белмәҫ.

*Ҡандағы холестеринды кәметә. Ул юғары булһа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе артыуын барыһы ла беләлер. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, активлаштырылған күмерҙе даими эскән кешегә бындай ҡурҡыныс янамай.

*Бөйөрҙөң сәләмәтлегенә булыша. Бөйөрҙәр һәр көн 115-140 литр ҡанды таҙарта, тик май, тоҙ, шәкәр, консерванттар ҡулланыу был мөһим органдың эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра, төрлө сирҙәр барлыҡҡа килә. Күмер бөйөрҙө токсиндарҙан таҙарта, уның сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай.

*Аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда, уҡшыуҙан, эс китеүҙән, ауыртыныуҙан һаҡланыу һәм иң мөһиме токсиндарҙы нейтралләштереү өсөн тиҙ генә күмер эсергә кәрәк.

*Активлаштырылған күмерҙе битте таҙартыусы, сәсте нығытыусы, теште ағартыусы, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрөүсе косметика сараһы, эскесене һауыҡтырыусы дарыу булараҡ та ҡулланалар.

Ҡулланырҙан алда врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Активлаштырылған күмер дарыу ғынамы?
Автор:Мархаба Гайнетдинова