Конгэк
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
13 Ноябрь , 12:00

Йондоҙнамә фаразы

Аҙаҡҡа ҡалдырылған ғәмәлеңде осларға онотма.

Йондоҙнамә фаразы

Ҡуҙы

Лотереяла отош мөмкинлеге сығыр. Ысынлап та шулай икән, шәп бит! 

Буға

Ижади үҫеш көтөлә. Ярат­ҡан шөғөлөңә ваҡыт бү­лергә тырыш. Сәләмәтлекте хәстәрләү  өсөн ҡулай осор.       

Игеҙәктәр

Ниндәй эшкә кисек­мәҫтән тотонорға икән­­­леген аңлау мө­һим. Барыһын да бер юлы башҡарып өлгөрә алмайһың барыбер.  

Ҡыҫала

Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауыртҡан, тиме... Ваҡиғаны сәбәләнмәй генә күҙәтеү кәрәктер.

 Арыҫлан

Артыҡ етдилегең ҡайһы берҙә ҡамасалай ғына. Бөтәһен дә ысынға алма, аҙыраҡ битарафлыҡ күрһәтеү бәлки, дөрөҫтөр.

Ҡыҙ

Матди именлек ғәмәлгә һәм ҡарарға бәйле. Спорт менән шөғөлләнеү урынлы.

Үлсәү

Ниһайәт, үҙең тураһында уйларға ваҡыт. Үтә яуаплы мәсьәлә ҡаҡшатыуы ихтимал. Түҙемлегең етһә, уңыш йылмайыр.   

Саян

Аралаша, тыңлай белһәң, дөрөҫ һығымта яһаһаң, алға барырһың. Ауырлыҡтан ҡурҡмай эшкә  тотон.  

Уҡсы

Үҙеңде эшҡыуарлыҡ өлкәһендә күрһәтерһең. Идеяларың ҡыйыулығы менән айырыла.

Ылаҡ

Ғаиләлеләр мөнәсәбәтендә ыңғай үҙгәрештәр ихтимал. Карьерала уңыш көтөлә. Ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеүгә хәл ҡулай, көс һалыу ҙа кәрәкмәҫ.   

Һыуғояр

Бер ҡасан дә әһәмиәт бирмәгән әйбер мөһимгә әйләнер. Аҙнаны дөрөҫ планлаштырыу маҡсатҡа яҡынайтыр.

Балыҡ

Ығы-зығыға артыҡ бирелмәй йорт мәшәҡәтен һәүетемсә үтәү зарур. Аҙаҡҡа ҡалдырылған ғәмәлеңде осларға онотма.

Йондоҙнамә фаразы
Автор:Мархаба Гайнетдинова