Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
19 Ноябрь , 15:08

Күҙ үткер булһын өсөн

Дуҫтар, күҙегеҙ яҡшы күрһен тиһәгеҙ йәки ваҡытығыҙҙы ҡыҙыҡлы уҙғарырға теләһәгеҙ

Күҙ үткер булһын өсөн

Ошо рәсемдәргә ҡарағыҙ,  улар «терелә» һәм унда йәшеренгән күләмле 3Д һүрәте килеп сыға (серҙе күреп өйрәнергә генә кәрәк). Бындай рәсем-стереограммаға ҡарау күнекмәһе күҙҙәрҙең арыуын бөтөрөр, ял бирер.

Шулай итеп, рәсемде нисек күрергә һәм шул уҡ ваҡытта күҙҙе күнектерергә һуң?

Ҡарашты ниндәй ҙә булһа бер нөктәлә туплап, һүрәт аша ҡарағандай текләргә.

Йәки бик яҡын ҡарарға ла, күҙ ҡабағын һелкетмәй генә кире артҡа сигергә.

Быны кемдер бик тиҙ күрә, ә кемгәлер тырышырға тура килер.

Уңыштар һеҙгә!

Күҙ үткер булһын өсөн
Автор:Мархаба Гайнетдинова