Конгэк
+26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
26 Ноябрь 2021, 15:50

Һут урынына - еләк-емеш

Ғалимдар яңы сыҡҡан һуттарҙа күп миҡдарҙа шәкәр, фруктоза, шулай уҡ ашҡаҙанда туҡлыҡлы матдәләр эшкәртеүен яйлатҡан сорбит тупланғанын асыҡлағандар. Һуңғыһы бигерәк тә балаларҙың үҫеп килгән организмында мөһим роль уйнаған микроэлементтар етмәүенә килтерергә мөмкин. Шуға ла белгестәр һут урынына емеш-еләк йәки йәшелсә ашарға тәҡдим итә. Ә ашҡаҙан-эсәк тракты боҙолған кешеләргә бөтөнләй һут эсергә ярамай, баҡтиһәң.

Гранат һуты ашҡаҙанға зыян килтереүсе кислоталарға бай. Шнлыҡтан уны һыу ҡатыштырып эсергә кәрәк.

Цитрус һуттары ла ашҡаҙандың елһенеүенә килтерергә мөмкин. Шуға ла уларҙы емеш килеш ашау файҙалы.

Һүҙ уңайынан, ашағандан һуң ниндәй генә һутты эсһәң дә, организмда әсеү процессы башлана. Шуға күрә табиптар уны тамаҡ ялғар алдынан ярты сәғәт алдан эсергә кәңәш итәләр.

Һут урынына - еләк-емеш
Һут урынына - еләк-емеш
Автор:Аклима Имамова