ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Көлөшөп алайыҡ әле

- Доктор, нишләптер минең гел тәнем ҡысыта.

Көлөшөп алайыҡ әле
Көлөшөп алайыҡ әле

Ғаиләләр ҡатын-ҡыҙҙың йүләрлеге арҡаһында тарҡала.

Ир-аттыҡы арҡаһында төҙөлә.

 

Улым, ҡатыныңдың кәйефен гел күтәреп торорға тырыш. Юҡһа улар барыбер бәйләнер сәбәп таба белә.

 

- Мотоциклда улым, 25 йәшең тулғансы ғына йөрөргә кәрәк.

- Нишләп улай?

- Йәш саҡта һөйәктәр тиҙерәк ялғана.

 

Врач кабинетында:

- Доктор, нишләптер минең гел тәнем ҡысыта.

- Ә йыуынһағыҙ нисек?

- Йыуынып та ҡараным инде, ай ҙа үтмәй, тағын ҡысыта...

 

- Нәмә, Рабинович үлдеме әллә?

- Эйе шул, кисә генә үлде.

- Әйтәм  табутта ята...

 

- Улым, көн һайын дискотекаға йөрөмә һин, һаңғырау ҡалырһың!

- Рәхмәт, әсәй, мин ашаным инде.

 

Штирлиц Берлин буйлап машинала бара ти. Ҡаланы ҡуйы төтөн баҫҡан...

“Тағы үтекте һүндерергә онотҡанмын”, - тип уйлап ҡуйған Штирлиц.

 

- Беләһеңме, әсәй, мин бер ҡасан да йоҡлағанда хырылдай торған кешегә кейәүгә сыҡмаясаҡмын.

- Бик аҡыллы фекер, - тип хуплай әсәйе. - Ләкин һынауҙар ваҡытында, зинһар, һаҡ була күр, балам.

 

- Ҡыҙым, ул егетеңә кейәүгә сығырға йыйынма!

- Һин нимә инде, әсәй, мин бит оҙаҡҡа түгел.

 

- Һиңә ниндәй ҡыҙҙар оҡшай?

- Оҙон буйлылар.

- Һуң һин үзең ҡыҫҡа буйлы бит!

- Булһын, миңә түбә буярға кәрәк.

Көлөшөп алайыҡ әле
Көлөшөп алайыҡ әле
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: