+9 °С
Болотло
Абрикос (күрәгә) йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы. Күрәгәлә калий һәм антиоксиданттар күп, шуға күрә ул зарарлы холестерин кимәлен кәметә.
Киптерелгән ананас калий, магний, тимер, цинк, В төркөмө витаминдары сығанағы. Улар тәндең шешенеүен бөтөрә, көс бирә, кәйефте күтәрә.
Банандың калийға бай икәнен күптәр беләлер. Ул йөрәк, бауыр, мейе, һөйәктәр, тештәр, шулай ҙа иң нығы - мускулдар өсөн кәрәк. Банан - кәйеф күтәреүгә, бәхетле булыу тойғоһо кисерергә булышлыҡ иткән серотонин сығанағы ла. Уның был файҙалы сифаттары киптерелгән вариантында ла яҡшы һаҡлана.