ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Яҙҙы һағынып...

Шуны ғына көтөп тораҠыш,... һәм яҙ... һәм дә үҙем.Тамсы булып тамам әле...Урғылам – бөтһә түҙем.

Яҙҙы һағынып...
Яҙҙы һағынып...
Яҙ булыр ҙа инде бер мәл,
Бынау ҡар бөтөр ҙә ул.
Күңелдәге ҡәтғи нөктә
Күптәнән өтөр ҙә ул.

Иремәй торған йән булмай,
Йылы көтмәгән йөрәк.
Ҡыштың ҡуҙғып китеүенә
Бары бер һүҙең кәрәк.

Шуны ғына көтөп тора
Ҡыш,
... һәм яҙ
... һәм дә үҙем.
Тамсы булып тамам әле...
Урғылам – бөтһә түҙем.

М. Ҡаһарманова
 
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: