Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡапҡа төбөндә

Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас, Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,

Ҡапҡа төбөндә
Ҡапҡа төбөндә

Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,

Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,

Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,
Егет килде ҡыҙын оҙатып.

Туҡтанылар ҡапҡа төбөнә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.

Тотоп алды уның биленән...
Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...
"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!" -
Тигән булды ҡыҙый, тик һаман
Егетенә нығыраҡ һыйынды.
Ай нурына донъя ҡойондо.
Һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.

Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -
Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.
Инәм, тиеп тағы уҡталды,
"Аҙға ғына" тағы туҡталды;
Улар һүҙҙе тағы яңыртты,
Ул арала инде таң атты.

Ҡабатлана шулай көн һайын.
Йәшлек тигән нәмә, моғайын,
Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: