Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

24 декабрь Хәрби дан көнө билдәләнә

Александр Васильевич Суворов етәкселегендәге рус ғәскәренең төрөк ҡәлғәһе Измаилды алған көн.Измаилды кем алғаны тураһындағы көләмәстәр һаҡаллыға әйләнеп бара. Шуларҙы иҫләп, көлөп алайыҡ әле.

24 декабрь Хәрби дан көнө билдәләнә
24 декабрь Хәрби дан көнө билдәләнә

Александр Васильевич Суворов етәкселегендәге рус ғәскәренең төрөк ҡәлғәһе Измаилды алған көн.

Измаилды кем алғаны тураһындағы көләмәстәр һаҡаллыға әйләнеп бара. Шуларҙы иҫләп, көлөп алайыҡ әле.Мәктәпкә яңы тарих уҡытыусыһы килгән, ти. Беренсе дәрестә үк балаларҙы ҡаңғырта, ти был:
- Балалар, Измаилды кем алған?
Уҡыусылар бер тауыштан "Юҡ, юҡ мин алманым, мин дә алманым, миңә нимәгә ул!" - тип тауыш ҡуптарған. Аптырап, балалар тарихты белмәй тигән сәбәп менән уҡытыусы завучҡа киткән. Хәлде һөйләп биргән. Завуч:
- Нисәнсе синыф тиһегеҙ, туғыҙынсымы? Әтеү, унда бер шуғыраҡ малай бар, Ришат, ул алғандыр!.. - тимәһенме.
Тарихсы аптырашта ҡалған. Киткән директорға. Уҡыусыларға ҡушып завучтың да наҙанлығы тураһында әйтһә, директор бүлдереп тороп:
- Тәәәк, разбираться итергә кәрәк!!! Нисәнсе синыф тиһегеҙ, туғыҙынсымы? "А", "Б"... Ҡайһыһы?
- Туғыҙынсы "А"лар инде...
- Әәәәй, "а"лар алғас, табып маташмағыҙ, бирмәйҙәр ул! - тимәһенме! 

 

Ефрейтор: Тарихтан белемегеҙҙе тикшерәбеҙ. Һалдат hәр өлкәне яҡшы белергә тейеш. Тәк, рядовой Нәҙербәҙерпошелнафиҡов, әйт әле миңә, Измаилды кем алған?
Нәҙербәҙерпошелнафиҡов. (ҡурҡып китеп, тирә-яғына, иптәштәренә ҡарана). Белмәйем, мин алманым! Бәлки, Ҡара-мара һары-марыбулатов алғандыр!
Ҡара-мараһары-марыбулатов: Юҡ, юҡ мин алманым (тубыҡланып, ефрейтор алдына килә) Ант итәм, мин алманым.
Ефрейторҙың күҙе аҡая, күҙлеге төшөп китә. Һалдаттарға ҡарап-ҡарап тора ла, сержантҡа йүгереп килә.
Ефрейтор: Күҙ алдына килтерәhегеҙме, иптәш сержант, Измаилды кем алған тип hорағайным, hалдаттар шуны ла белмәй, мин алманым тип таналар ишшеү.
Сержант (ҡулын ефрейторҙың яурынына hалып): Йә, улай уҡ борсолма. Улар бит hалдаттар, йөрөтөр-йөрөтөрҙәр ҙә ҡайтарып бирерҙәр.
Ефрейтор тағы ла аптырай. Ауыҙ асыҡ, күҙлеген сисеп hөрткөләй. Аптырап тора-тора ла майорға бара.
Ефрейтор: Иптәш майор, беләhегеҙме hалдаттарға, Измаилды кем алды тип hораhам, алманыҡ тип таналар, сержантҡа был турала hөйләhәм – уныhы кире бирерҙәр тип тынысландырҙы. Был нисек була инде? Измаилды кем алғанын да белмәгәс...
Майор: Ә ниндәй взвод ине был?
Ефрейтор: 1-се взвод.
Майор: О–hо–hо–оо, 1-се взвод тиhең инде. Юҡ. Улар алғас кире бирмәҫтәр. Уверен, бирмәҫтәр...

 
24 декабрь Хәрби дан көнө билдәләнә
24 декабрь Хәрби дан көнө билдәләнә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: