Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Яңы йыл өҫтәленә

Юлбарыҫ йылы етеүгә лә күп ҡалманы. Хужабикәләр байрам өҫтәленә аш-һыу бешереү өсөн төрлө ҡыҙыҡлы рецепттар эҙләй. Һеҙҙең иғтибарға тоҙло сельд балығынан блюдо тәҡдим итәбеҙ.

Йомшаҡ сыр, бешкән йомортҡа, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Йәшел һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Балыҡты тиреһенән, ҡылсыҡтарынан таҙартып,  филеның ҡалыныраҡ урынын тигеҙ итеп ҡырҡабыҙ. Аш пленкаһына филены һалғас, йоҡа ғына итеп майонез һөртәбеҙ, йомортҡа, кишер ҡатламы һайын майонез һыларға онотмағыҙ. Ҡап уртаһына балыҡтың ҡалын урынынан киҫеп алған киҫәктәрҙе, иң һуңынан йәшел һуғанды уртаһына һалабыҙ. Колбаса һымаҡ төргәс, һыуытҡысҡа һалабыҙ. Өҫтәлгә бирер алдынан бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ!

Яңы йыл өҫтәленә
Яңы йыл өҫтәленә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: