Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Матурлыҡҡа ғашиҡ Нуриҙә

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ. Егәрле яҡташыбыҙ Нуриҙә Мәжитова иһә ҡул эштәренә ҡәрсәһенән өйрәнә.

Матурлыҡҡа ғашиҡ Нуриҙә
Матурлыҡҡа ғашиҡ Нуриҙә

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ. Егәрле яҡташыбыҙ Нуриҙә Мәжитова иһә ҡул эштәренә ҡәрсәһенән өйрәнә. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ үҙенә кофта бәйләп кейә уңған ҡыҙ. Һуңғы йылдарҙа ул сигеү менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Иң беренсе эше алмаз мозаикаһы, йәғни төҫлө сәйләндәрҙән туҡымаға һүрәт йыйыу була. Был эшен әле лә дауам итә, бигерәк тә мәсет, доғаларҙы туҡымаға сигеү оҡшай уның үҙенә, улар кешегә йән тыныслығы бирә.

Нуриҙә - әле бәләкәс бәпесе менән декрет ялында. Шулай булһа ла яратҡан шөғөлөнә ваҡыт тапмай ҡалмай. Һуңғы осорҙа милли биҙәүес -  һаҡал эшләү менән ҡыҙыҡһына башлаған йәш әсә.

Ҡул эше менән шөғөлләнеүҙе бөтә кеше лә булдыра алмай, уның өсөн, тәү сиратта, түҙемлек кәрәк. Күңелен һалып, күҙ нурҙарын түгеп башҡарған эштәренең һәр ҡайһыһы ҡәҙерле Нуриҙәгә. Буш ваҡыты килеп сығыу менән яратҡан эшенә тотона оҫтабикә. Ҡатын-ҡыҙ донъяһын үҙе йәмләп, биҙәп йәшәргә бурыслы. Өй эсендәге ҡотто ла тап гүзәл зат булдыра. Матур, сағыу ҡул эштәре кешегә дәрт һәм күтәренке кәйеф өҫтәй, башҡаларҙы ла матурлыҡҡа әйҙәй.

 Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: