Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙнамә фаразы

Йондоҙҙар кәңәшенә ҡолаҡ һалаһыңмы?

Йондоҙнамә фаразы
Йондоҙнамә фаразы

Ҡуҙы

Осор ябай түгел. Мөнәсәбәт асыҡларға ла тура килер, тик яҙмышҡа үпкәләүҙән фәтүә юҡ.

Буға

Өҫтәмә килем сығанағы табыуың йәнеңә май кеүек яғылыр. Яңы мөмкинлектәр асылыр.                         

Игеҙәктәр

Был арала йорт мәшәҡәтенә сумырһың, йәшәгән ереңде йәмләү теләге менән янырһың.

Ҡыҫала

Шәп мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн барыһын да алдан күрергә кәрәгер. Шәхси өлкәлә генә ҡәнәғәтлек юҡлығы эсеңде бошорор.

Арыҫлан    

Бөгөн эшләнәсәкте иртәгәгә ҡалдырма. Ғәмәлеңдән кинәнес алырһың. Аҙна аҙағында ял итеү теләге барып сыҡмаҫ.           

Ҡыҙ

Таныш булмаған кешеләр менән аралашмау хәйерле. Көндө үткәреүҙе алдан планлаштырһаң, бөтәһе лә һин теләгәнсә барыр.

Үлсәү

Үҙгәрештәр көтөлә. Фатир мәсьәләһе тынғы бирмәҫ. Осор финанс торошон яҡшыртыу йәһәтенән уңышлы.

Саян

Абруйың үҫер, шәп тәҡдимдәр артыр, тик хәл иткес ҡарар ҡабул иткәндә ашыҡмаҫҡа  тырыш. 

Уҡсы

Ныҡыштарға уңыш йылмайыр. Әүҙем аралашыу өсөн ҡулай мәл. Бик теләһәң дә үҙең генә ҡалыу барып сыҡмаҫ.

Ылаҡ

Борсоған һорауҙар хәл ителеүгә яҡын, һөнәри уңыштар ҙа  шатландырыр. Күптән онотолған проектты яңыртыу отошло килеп сығыр.

Һыуғояр

Күптәр шиксел холҡонан арынырға теләр. Башланған эште тамамларһың.

Балыҡ

Эскерһеҙ ғәмәлең барыһын да шаҡ ҡатырыр. Етәкселек күҙенә салынмаҫҡа тырыш, был пландарың тормошҡа ашыуына кәртә булмағайы.

Йондоҙнамә фаразы
Йондоҙнамә фаразы
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: