Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
15 Февраль , 14:50

Ҡандың ҡуйы булыуы зыянлымы?

Ә уны нисек белергә була?

 

Асыҡ сығанаҡтар яҙыуынса, ҡуйы ҡанлы кешенең аяҡ-ҡулда бармаҡтары йыш ойой, тиҙ өшөүсәнгә, тиҙ ярһыусанға, шомланыусанға әйләнә. Йөрәк ритмы боҙола, ҡайһы бер осраҡта йөрәк ҡыҫа, ҡолаҡтар шаулай. Яңылыш ҡына йәрәхәтләнгәндә, ҡан яранан бик яй һарҡып сыға, төҫө ҡуйы ҡыҙыл төҫтә була.

Ҡаны ҡуйы булғандарға зәйтүн һәм етен майы, һарымһаҡ, һуған, лимон, сөгөлдөр, какао, әсе шоколад, помидор, томат согы, һоло ботҡаһы, ҡурай еләге, сейә, имбирь ашарға тәҡдим итәләр. Аскорбин кислотаһы, В6 һәм Е витаминдары кәрәк.

Ҡандың ҡуйы булыуы инсульт, инфаркт сирҙәре барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булып тора. Уның төп сәбәбе -  һыуҙы көнөнә етәрлек эсмәү (ул литр ярымдан да кәм булмаҫҡа тейеш). Дөрөҫ туҡланмау, стресс, тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу хәлде ҡатмарландыра. Тәмәке төтөнөндә ҡан ҡуйыландыра торған матдәләр бар, никтоин ҡан тамырҙарын ҡыҫа. Стресс ҡан әйләнеген насарландыра.

 

Автор:Аклима Имамова