Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Көлөшөп алайыҡ әле, дуҫтарым

- Шөғөлөң бармы? - Кулинария. - Бешерәһеңме? - Ашайым.

Көлөшөп алайыҡ әле, дуҫтарым
Көлөшөп алайыҡ әле, дуҫтарым

- Шөғөлөң бармы?

- Кулинария.

- Бешерәһеңме?

- Ашайым.

 

- Ҡәҙерлем, һин ай буйы минән Гүзәлдеке кеүек туфли һораның! Мин һатып алдым. Нишләп кеймәйһең?

- Һуң Гүзәлдеке шундай уҡ бит!

 

Ике үҫмер музейҙа бер абстракт картина янына килә. Шунда береһе - икенсеһенә:

- Киттек бынан яҡшы саҡта, беҙ бысратҡан тип ғәйеп таға күрмә­һендәр!

 

Суд залында.

- Ә һеҙ ялған шаһитлыҡ өсөн нәмә булырын беләһегеҙме?

- Беләм, белмәйсә ни... Миңә жигули вәғәҙә иттеләр.

 

Старшина йәш һалдаттарға ерҙең тартыу көсөн аңлата.

- Ташты өҫкә ырғытҡас ул кире ергә төшһә, тимәк, уға ерҙең тартыу көсө тәьҫир итә.

- Ә һыуға төшһә? - тип һорай бер һалдат.

- Уныһы беҙгә ҡағылмай. Быныһын флотта өйрәнәләр.

 

Ир - ҡатынына:

- Һинең яңы эшләпәң миңә оҡ­шамай...

Ҡатыны:

- Һиңә оҡшаһын тип баш түбәмә шешә ултырта алмайым инде!

Көлөшөп алайыҡ әле, дуҫтарым
Көлөшөп алайыҡ әле, дуҫтарым
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: