Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Кем һин, ҡатын-ҡыҙ?

Ринат Бикбулатов, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе:  - Ир-атты ғүмер буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге, наҙы, игелеге үҙенә тартып тора. Бала тыуҙырыу - илаһи мөғжизә, шул рәүешле әсә кеше кешелекте, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр аша мәңгелеккә илтә. Мин идеаль ҡатын-ҡыҙҙың камил образын  әсәйемдә күрҙем. Әсәйем Нурия Әхмәтшәриф ҡыҙының баҡыйлыҡҡа күсеүенә тиҫтә йылдан ашыу. Ул өс балаһына ла юғары белем бирҙе, характер тәрбиәләне, кешелекле итеп тәрбиәләне. Ҡатын-ҡыҙ сабыр булырға тейеш, тип уйлайым. Тормош иптәшем Роза Рәшит ҡыҙы һөнәре буйынса педагог. Дүрт бала тәрбиәләнек. Замана ҡатын-ҡыҙы булараҡ, ул тәмле итеп ашарға ла бешерә, ҡул эштәренә оҫта. Ике ҡыҙым да тыңлаусан, өлкәндәрҙең кәңәшен ситкә типмәй (ул бик яҡшы сифат), эштәрен урынына еткереп башҡара. Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға байрам уңайынан иҫәнлек-именлек теләйем!

Кем һин, ҡатын-ҡыҙ?
Кем һин, ҡатын-ҡыҙ?

Ринат Бикбулатов, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе: 

- Ир-атты ғүмер буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге, наҙы, игелеге үҙенә тартып тора. Бала тыуҙырыу - илаһи мөғжизә, шул рәүешле әсә кеше кешелекте, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр аша мәңгелеккә илтә. Мин идеаль ҡатын-ҡыҙҙың камил образын  әсәйемдә күрҙем.

Әсәйем Нурия Әхмәтшәриф ҡыҙының баҡыйлыҡҡа күсеүенә тиҫтә йылдан ашыу. Ул өс балаһына ла юғары белем бирҙе, характер тәрбиәләне, кешелекле итеп тәрбиәләне. Ҡатын-ҡыҙ сабыр булырға тейеш, тип уйлайым. Тормош иптәшем Роза Рәшит ҡыҙы һөнәре буйынса педагог. Дүрт бала тәрбиәләнек. Замана ҡатын-ҡыҙы булараҡ, ул тәмле итеп ашарға ла бешерә, ҡул эштәренә оҫта. Ике ҡыҙым да тыңлаусан, өлкәндәрҙең кәңәшен ситкә типмәй (ул бик яҡшы сифат), эштәрен урынына еткереп башҡара. Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға байрам уңайынан иҫәнлек-именлек теләйем!

Кем һин, ҡатын-ҡыҙ?
Кем һин, ҡатын-ҡыҙ?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: