+19 °С
Болотло
Был десерт бик тиҙ әҙерләнә. Ул тәме буйынса крем-брюле йәки пломбир туңдырмаһын хәтерләтә. Иң-иң һайлансыҡ бала ла яратып ашар.
0,5 литр кефир (ряженка), стакандың өстән бере ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы желатин, ярты ҡап ваниль онтағы алына.
Әҙерләү: желатинды бер аҙ һыуҙа ебетергә, бүрткәс, ҡайнап сыҡҡанға тиклем һүрән генә утта бер туҡтауһыҙ болғап тороп, йылытып алырға. Һыуытырға ҡуйырға.
Кефир, ҡаймаҡ, шәкәр, ваниль онтағын ҡушып, миксерҙа 3 минут дауамында туғырға. Туғыуҙан туҡтамайынса ошо массаға һыуынған желатинды ҡушып, тағы 3 минут туғырға.
Шунда уҡ ҡатнашманы бокал, ваза, кәсәгә һалып 2-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
- Йыш ҡына әҙерләйем, яратып ашайҙар, кемгә нисек оҡшай шулай биҙәй, - ти Айгөл Ғәйнетдинова.