Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
7 Июнь , 12:20

Белмәһәгеҙ – белегеҙ

 Белмәһәгеҙ – белегеҙ Ҡайһылай сәстәрең матур, ҡуйы, ебәк һымаҡ йылтылдап тора! Һин мине анау ковид менән ауырығас күрмәнең! Шул сирҙән һуң сәсем услап ҡойолдо, ялтас баш ҡалырмын тип ҡурҡтым. Ә ниндәй юл менән сәстәреңде нығыттың һуң? Хәҙер бит аптекаларҙа дарыуҙарҙың йәнең теләгәнен һатып алырға була. Тик уларҙың береһе лә ярҙам итмәне. Мин әйткәнсә ошо витаминды башыңа һөртһәң, баштағы ҡауаҡ та бөтә, сәстәрең дә ҡуйырып үҫкәнен үҙең күрерһең. (Аҙағы аҫтағы һылтанмала).    

 

  • Ҡайһылай сәстәрең матур, ҡуйы, ебәк һымаҡ йылтылдап тора!
  • Һин мине анау ковид менән ауырығас күрмәнең! Шул сирҙән һуң сәсем услап ҡойолдо, ялтас баш ҡалырмын тип ҡурҡтым.
  • Ә ниндәй юл менән сәстәреңде нығыттың һуң?
  • Хәҙер бит аптекаларҙа дарыуҙарҙың йәнең теләгәнен һатып алырға була. Тик уларҙың береһе лә ярҙам итмәне. Мин әйткәнсә ошо витаминды башыңа һөртһәң, баштағы ҡауаҡ та бөтә, сәстәрең дә ҡуйырып үҫкәнен үҙең күрерһең. (Аҙағы аҫтағы һылтанмала).

Йыуынып сыҡҡас, сәс кипмәҫ борон баш тиреһенә  никотин кислотаһын  (ампулала аптекала дарыу булараҡ һатыла) ышҡып һөртәһең. Бер тапҡырға биш миллилитрлы ампула  етә. Сәсегеҙҙе йыуған һайын шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлаһығыҙ , һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ. (Дауаланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).

 

Автор:Аклима Имамова