Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ юл һеҙгә, йәш замандаштар!

Уҡыусылар мәктәп йылдарын артта ҡалдырып, яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Беҙ уларҙың барыһына ла уңыш теләйбеҙ.

Аҡ юл һеҙгә, йәш замандаштар!
Аҡ юл һеҙгә, йәш замандаштар!

Уҙған аҙнала ҡала мәҙәниәт һарайында мәктәпте миҙалға тамамлаусы сығарылыш класс уҡыусылары тәбрикләнде. Район һәм ҡала мәктәптәрендә белем алған, бөгөн оло тормош юлына аяҡ баҫырға әҙерләнгән 62 уҡыу алдынғыһын тәбрикләү сараһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, район мәғариф бүлеге начальнигы Алик Сатлыҡов, педагогтар, ата-әсәләр һәм башҡалар ҡатнашты.

Ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы сығарылыш класы уҡыусыһы Илзидә Күсәрбаева һәм 6-сы лицейҙан Александр Яценко район етәкселегенә, ун бер йыл буйы белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусыларына һәм үҙҙәренең яҡындарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Уҡыусылар мәктәп йылдарын артта ҡалдырып, яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Беҙ уларҙың барыһына ла уңыш теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә, йәш замандаштарыбыҙ! Һеҙ бығаса һынатманығыҙ, киләсәктә лә  һәр эшегеҙ уң булһын!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Һүрәттә: 1-се гимназияны яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаусы игеҙәктәр - Алина һәм Элина Хәлитовалар.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: