Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Үҙеңдән башла

Цемент иҙмәһен болғап, нигеҙҙе үҙе һалышыуҙа ҡатнашҡан Альбина Шәриф ҡыҙын хаҡлы рәүештә төҙөүсе тип атарға мөмкин. Ике ҡатлы йортто бүлмәләргә бүлгәндә лә уның кәңәшенә ҡолаҡ һалғандар.

Үҙеңдән башла
Үҙеңдән башла

 

 Үҙеңдән башла

Һәр кеше үҙ донъяһын үҙе ҡора, үҙенә яраҡлы мөхит булдыра. Бәхетле ғүмер кисерер өсөн ғаилә-ҡәлғәһенә яратҡан кешеләрен туплай. Бер-береңде хөрмәтләп, ҡәҙерен белеп йәшәү генә ғаиләне бөтөн итә. Ә татыулыҡ бәхеткә юл яра. Яҡташтарыбыҙ Альбина менән Наил Арыҫлановтар ҙа ябай ғына ҡағиҙәне девиз итеп алған.

 

Уларҙың йорто һап-һары сәскәгә күмелгән көнбағыш баҫыуынан йыраҡ түгел  Туғайлы биҫтәһендә урынлашҡан. Ишек алдына инә торған кәртәнең пульт менән асылғанын күреп, “аһ” итәм, сөнки ундай эш тик оҫталар ҡулынан ғына килә. Атаһы Шәриф Мираҫовтың иретеп йәбештереү эше өлгөһө, баҡтиһәң.

Нигеҙ һалған ҡатын-ҡыҙ

Йортто ла улар үҙ ҡулдары менән төҙөп сыҡҡан. “Ғаилә ҡороп йәшәй башлағас, дүрт йыл Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәп ҡайттыҡ. Алтын яуған ергә ҡарағанда, тыуған-үҫкән ер яҡшы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Йәй миҙгелен ул яҡта күрмәй ҙә ҡалаһың”, - ти йорт хужабикәһе. Мәләүезгә йәшәргә ҡайтҡас та, үҙ нигеҙен ҡорорға ҡарар итәләр. Цемент иҙмәһен болғап, нигеҙҙе үҙе һалышыуҙа ҡатнашҡан Альбина Шәриф ҡыҙын хаҡлы рәүештә төҙөүсе тип атарға мөмкин. Ике ҡатлы йортто бүлмәләргә бүлгәндә лә уның кәңәшенә ҡолаҡ һалғандар.

Сәскәләр алиһәһе

Арыҫлановтар йорто ҡапҡаһынан ингән һәр кем матурлыҡ донъяһына сума. Бейек булып үҫкән хризантемалар “Беҙ бында!” тигәндәй күҙҙе иркәләй. Яран гөлө, шток-роза, петунияның төҫтәрен һанап бөткөһөҙ! Шалфей, лаванда ҡыуаҡтары ла үҙ урынын тапҡан. “Бына быныһы  - вербена, будлея, хосты. Сүл боросо (очиток) сәскә атһа, уның гүзәллеге менән тиңдәштәр юҡ”, - миңә таныш түгел ҡыуаҡтарҙың исемен атай.

Ә арыраҡ таҡта менән кәртәләнгән түтәлдәрҙә шырпы ҡабы ҙурлығындай ҡыҙарып бешкән ер еләге “Мине өҙ!” тигәндәй, ҡояшта йымылдай. Баҡсала өлгөргән йәшелсә-емештәр араһында таҡта менән бейек итеп күтәртелгән түтәл күҙгә ташлана. “Сыбыҡ-сабыҡ, сабылған үләнде тейәп сүп-сар контейнерына бушатҡан кешеләргә аптырайым. Бер урынға өйөп серетергә һалһаң, улар ашламаға әйләнә”, - тип аңлата оҫта баҡсасы. Әйткәндәй, һоҡланып ғәжәпләнер мәлдәребеҙ алда булған икән:  өйҙөң эсендә йәйрәп үҫкән фикустың туғыҙ төрө, тамыр йәйгән авокадо... Уларҙы һанап бөтөрлөк түгел! Йәшеллек араһында өйҙөң бәләкәй хужабикәһе - дүрт йәшлек Мира ҡыҙҙарының яратылып үҫкәнен күрәһең. Сәңгелдәк ҡыҙсыҡтың балалар баҡсаһынан ҡайтҡанын көтә, ата-әсә менән  бергә башҡарған ҡул эштәре лә күңел йылыһына сорналып башҡарылған. “Өлкән ҡыҙыбыҙ Алина Мәскәү ҡалаһында радиотехника инженеры һөнәре буйынса юғары белем алып сыҡты, шунда төпләнергә ниәтләй. Өй төҙөп бөткәс, Аллаһы Тәғәлә төпсөгөбөҙҙө һөйөү бәхете насип итте”, - ти ханым.

“Ер көс бирә”

 

Альбина Шәриф ҡыҙы шуға инанған. Ҡаланың социаль кординаторҙар хеҙмәте белгесе булараҡ, ул өлкәнәйгән быуын вәкилдәренең проблемаларын, яҙмышын ыңғай яҡҡа хәл итә, күңел йылыһы менән уртаҡлаша. Арманһыҙ булып ҡайтып, һөйләшә-һөйләшә сәскә-гөлдәргә һыу һибеп, сүп-сар йолҡҡан арала, арыуы ла юҡҡа сыға ханымдың. “Ни арала өлгөрәһегеҙ?”, - тип һорап ҡуйҙым йорт хужабикәһенән. “Теләһәң, барыһына етешергә мөмкин. Ғаиләбеҙ менән бергә ҡайнайбыҙ, шулай ял итә беҙҙең күңел. Йәшеллеккә, тереклеккә мөхәббәт миңә әсәйем Рәйфә Кирәй ҡыҙынан күскән. Ғөмүмән, кеше гүзәллеккә, матурлыҡҡа ынтылыусан”, - тине ханым. Эйе, донъяны камил итеү өсөн яҡын тирәңдән башларға кәрәк шул.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: Гөл-сәскә батшаһы Альбина  Арыҫланова.

Автор фотоһы.

 

Үҙеңдән башла
Үҙеңдән башла
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: