+15 °С
Болотло
Бының өсөн 2 кило ҡабаҡ, 1 кило помидор, ярты кило татлы борос, 300 грамм һуған, 1 баш һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, әсе борос, 100 миллиграмм үҫемлек майы, 30 грамм шәкәр ҡомо, тәмләткестәр алына, өлгөрөр алдынан ғына 4 аш ҡалағы һеркә һалырға.
Эсе алынған ҡабаҡты бик ваҡламай ғына, боросто шаҡмаҡлап (кемгә нисек оҡшай), һуғанды ярым түңәрәкләп турарға. Һуғанды, аҙаҡ боросто үҫемлек майында бер аҙ ҡыҙҙырып алырға, помидорҙы ит тартҡыстан, һарымһаҡты пресс аша үткәрергә. Бөтәһен бергә 20 минут бешереп, стерилләнгән әҙер банкаларға тултырып, ҡалын әйбер менән ҡаплап, һыуынғансы ҡалдырырға.