Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
25 Август , 11:45

Көлөшөп алайыҡ әле

- Әсәй, һин булмаһаң, атай өйҙә йоҡларға ҡурҡа икән, көн һайын күршҽ апайҙа йоҡланы  

Көлөшөп алайыҡ әле
Көлөшөп алайыҡ әле

*– Әсәй, мин Рөстәм менән уйнарға сығайыммы?
– Юҡ, Рөстәм – насар малай.
– Улайһа, сығып, уны туҡмап инәйем.

*Әсәһҽ дауахананан ҡайтҡас, улы:
- Әсәй, һин булмаһаң, атай өйҙә йоҡларға ҡурҡа икән, көн һайын күршҽ апайҙа йоҡланы, - тигән.

 

*- Атай, үҫкәс мин дә һинең кеүек матур буласаҡмынмы?
- Һин әсәйең кеүек матур буласаҡһың, ҡыҙым!
- Юҡ, әсәйем кеүек оҙаҡ, - тип ҡаршы төшә ҡыҙ. - Мин уның башта крем, шунан тушь, шунан помада һөрткәнен күрҙем. Ә һин тороп йыуындыңмы - матурһың!

 

* Атаһы менән әсәһе һөйләшәләр, ти:
- Бөгөн Лениндың тыуған көнө, тип. Бергә ултырған малайҙары:
- Һеҙ барһағыҙ барығыҙ, мин бармайым, - тигән.
Ҡатын эшкә барып ошо хәлде һөйләгәс, йәш кенә хеҙмәткәр:
- Шунан, барҙығыҙмы һуң? - тип һораған...

Автор:Мархаба Гайнетдинова