Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
26 Август , 15:30

Аш содаһы файҙаһы

Ябай ғына соданың беҙ бер ҙә уйламаған үҙенсәлектәре лә бар икән

Аш содаһы файҙаһы
Аш содаһы файҙаһы

Аш содаһының иҫ киткес файҙаһы тураһында белә инегеҙме?
Аш содаһы ғына тимәгеҙ! Ябай ғына соданың файҙаһы бик ҙур икән.

Йәшелсә, салат япраҡтары һәм еләк-емеш йыуа торған һыуға 1 литрға 1-2 сәй ҡалағы иҫәбенән сода өҫтәһәгеҙ, ашай торған ризыҡтарҙы дезинфекциялай.

Фасоль, башҡа ҡуҙаҡлылар тиҙерәк бешһен өсөн һыуға аҙ ғына сода өҫтәргә мөмкин.

Кәстрүл, таба көйһә, һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаға 2 аш ҡалағы сода ҡушырға. Ҡатнашманы табаға һылап, 15 минут тотҡандан һуң йыуырға кәрәк. Ул майҙы ла бөтөрә.

Автор:Мархаба Гайнетдинова