Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
29 Август , 12:14

Һырғанаҡ йыйҙығыҙмы әле?

Һырғанаҡтың (облепиха) емештәре генә түгел, япраҡтары ла файҙалы. 

Һырғанаҡ йыйҙығыҙмы әле?
Һырғанаҡ йыйҙығыҙмы әле?

Һырғанаҡтың (облепиха) емештәре генә түгел, япраҡтары ла файҙалы. Уларҙа ялҡынһыныуға ҡаршы торорға ярҙам итә торған танин матдәһе бар. С витамины нервы системаһы өсөн ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты нығыта торған серотонинға ла бай.

Һырғанаҡ япрағынан әҙерләнгән сәй гипертониянан, пневмониянан, дерматиттан, шәкәр ауырыуынан, плеврит, атеросклероздан файҙалы. Һалҡын тейгән ваҡытта ла эсергә кәрәк уны.

Сәй 1 аш ҡалағы кипкән һырғанаҡ япрағына бер литр ҡайнар һыу иҫәбенән әҙерләнә.

Һырғанаҡтың майы ла шифалы. Быуындар ауыртҡандан: эмаль кәстрүлдә ярты стакан һырғанаҡ майын йылытабыҙ ҙа, бер аш ҡалағы диңгеҙ тоҙо менән ике аш ҡалағы бал өҫтәйбеҙ. Болғатып бер аҙ йылытып алабыҙ ҙа, йоҡлар алдынан ауыртҡан быуындарға һөртәбеҙ. Өҫтөнә кәбеҫтә япрағы ябып, полиэтилен һәм йөн туҡыма менән ҡаплайбыҙ.

Автор:Мархаба Гайнетдинова