Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Виноград бешеп өлгөрмәне, ни эшләтергә?

Быйыл күптәрҙең баҡсала үҫтергән винограды өлгөрмәй ҡалғандыр. Һәүәҫкәр баҡсасы Владимир Бармин уның сәбәбен май-июнь айының һыуыҡ килеүе менән аңлата. Әскелетем булһа ла ҡышҡылыҡҡа бына тигән ризыҡ әҙерләргә була, баҡтиһәң! Рецебы менән уртаҡлашабыҙ. Уның өсөн кәрәк була:

 

Быйыл күптәрҙең баҡсала үҫтергән винограды өлгөрмәй ҡалғандыр. Һәүәҫкәр баҡсасы Владимир Бармин уның сәбәбен май-июнь айының һыуыҡ килеүе менән аңлата. Әскелетем булһа ла ҡышҡылыҡҡа бына тигән ризыҡ әҙерләргә була, баҡтиһәң!

Рецебы менән уртаҡлашабыҙ. Уның өсөн кәрәк була:

Бер лавр япрағы,  5 бөртөк ҡара борос, бер бөртөк хушлы борос, бер ҡәнәфер орлоғо, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты ҡалаҡ шәкәр,  бер ҡалаҡ 9 процентлы һеркә, виноград, 300 миллилитр ҡайнаған һыу.

Артыҡ өлгөрмәгән емеште йыйып, сайҡатырға. Ярты литр банка төбөнә ҡәнәфер, борос, лавр япрағын һалабыҙ, һуңынан виноград менән тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнаған һыу һалып, 20 минут ваҡыт үткәс, кире кәстрүлгә һыуын бушатабыҙ, тоҙ менән шәкәр өҫтәп кире ҡайнатып алабыҙ. Банкалағы виноград өҫтөнә бер ҡалаҡ һеркә, унан һуң ҡайнап сыҡҡан маринадты өҫтәйбеҙ ҙә стерилле ҡапҡас менән ябабыҙ. Ҡышҡы байрам өҫтәлендә ҡунаҡтарығыҙ зәйтүн емеше менән сағыштырһа, тимәк, әҙерләгән ризыҡ “дан” булып килеп сыҡҡан! Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: