Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Тултырылған өйрәк

Уртаса ҙурлыҡтағы өйрәкте иртәнән кискә тиклем тоҙло һыуҙа тотабыҙ. Бының өсөн 10 литр йылы һыуға 1 ҡап тоҙ алына. Ҡош түшкәһен салфетка менән ҡоротоп, уға маринад һөртәбеҙ.

1 әфлисун һуты, 2-3 аш ҡалағы соя соусы,1 аш ҡалағы гәрсис, 2 балғалаҡ бал ҡатнашмаһын өйрәккә эсле-тышлы һөртөп, уны һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ. Бешерер алдынан уның эсенә ҡара емеш, айва йәки йәшел алма тултырабыҙ ҙа, асыҡ урынын тегеп йәки шырпы менән бер нисә урындан эләктереп ҡуябыҙ. Махсус ҡапсыҡҡа йәки фольгаға төрөп, мейескә оҙатабыҙ. Тәмле ризыҡ 180-200 градус ҡыҙыулыҡта бер сәғәт ярым тирәһе бешә. Бешеп сығырға ярты сәғәт ҡала өҫтө ҡыҙарһын өсөн ҡапсыҡты асырға кәрәк. Маринадта оҙағыраҡ тотһағыҙ, өйрәгегеҙ тәмлерәк булыр.    

Фото интернеттан алынды. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: