ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

БӘРӘКӘТ БУЛЫП ЯУҺЫН!

Ҡыш был, тимәгеҙ. Яҙ башы -Көрткә сумдырҙы барын.Һарандар ҙа арба-арбаТейәп ебәрер ҡарын.

БӘРӘКӘТ БУЛЫП ЯУҺЫН!
БӘРӘКӘТ БУЛЫП ЯУҺЫН!

Аҡ яулыҡта бөтә өйҙәр,
Аҡ түбәтәй - түңгәктә.
Кәпәсле мөрйә иртәнән
Тәмәкеһен көйрәтә...
Ҡыш был, тимәгеҙ. Яҙ башы -
Көрткә сумдырҙы барын.
Һарандар ҙа арба-арба
Тейәп ебәрер ҡарын.
Һуҡрана ир:" Был ҡарҙарҙы
Ҡайҙа ғына итәйем?
Ҡар кәбәндәре осланды -
Инде аҙна һелтәйем..."
Бәрәкәттәр булып яуһын -
Ҡарҙар мәңгелек түгел.
Ә әлегә аҡ донъянан
Ынйылар тирә күңел...
А. ҒАРИФУЛЛИНА

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: