Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Үҫтерә белергә кәрәк

Һуған үҫтереүҙең дә серҙәре бар.

Үҫтерә белергә кәрәк
Үҫтерә белергә кәрәк

 

Хужабикәләр аш-һыу әҙерләгәндә һуғанды бик йыш ҡуллана. Ләкин быйыл бик күп баҡсасылар һуғандың насар һаҡланыуына зарланды. Был йәшелсәнең насар һаҡланыуының сәбәбе - уны дөрөҫ үҫтерә һәм эшкәртә белеүҙә.

Һуған һыуыҡтан ҡурҡмай, шуның өсөн уны иртә яҙҙан, тик ашлама һәм тиреҫ  индереп әҙерләнгән түтәлгә ултыртырға була.  Һуған йомшаҡ ер ярата, шуның өсөн дә түтәлдә ҡом һәм кирбес онтағы булыуы яҡшы. Өс йыл һаҡланған ағас онтағы ҡушырға ла мөмкин.

Һуғанды үҫенте ярҙамында үҫтереү өсөн иртә сәселә торған “Строгановский” сорты яҡшы иҫәпләнә. Уны ҡаптарға апрель башында сәсәләр, ҡуйы итеп төртөргә лә мөмкин.Ә май башында  үҫентеләрҙе рәт араларын 15-20 сантиметр ҡалдырып ултырталар.

Иң мөһиме - һуғанды сирҙәрҙән һәм зыян килтергән бөжәктәрҙән һаҡлау. Бының өсөн уны ергә ултыртыр алдынан бер процентлы марганец иретмәһе менән эшкәртәләр  һәм киптерәләр. Һуған себененең кишерҙән ҡурҡҡаны билдәле, шуның өсөн дә күп баҡсасылар һуған түтәле буйлап кишер, йәки кишер менән һуғанды түтәлдәрен аралаштырып ултырталар. Профилактика өсөн һуғанға баҡыр ҡатнашмаһы булған препарат һибеп торалар (баҡыр купоросы, бардосс шыйыҡсаһы) тик улар һуған һабағына йәбешһен өсөн айыртылған һөт йәки һабын иретмәһен ҡушалар.

Ә әлегә сәсеүгә әҙерләнгән  бәләкәй һуғанды ҡарап сығырға, ҡорой һәм серей башлағандарын алып ташларға, ҡалғандарын 35-40 градуста йылытып алырға кәрәк.

Фото интернеттан.

Үҫтерә белергә кәрәк
Үҫтерә белергә кәрәк
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: