ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2023, 11:06

Юғары уҡыу йортон һәм колледж тамамлаусылар мәшғүллек үҙәктәренән түләүле стажировка үтә ала

Юғары уҡыу йортон һәм колледж тамамлаусылар республиканың алдынғы предприятиеларында түләүле стажировка үтә ала.

Практиканы уңышлы үткән осраҡта компания штатына инеү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә, практик эш тәжрибәһе алырға, компаниялағы эштең оҡшау-оҡшамауын белергә була.

Программала ҡатнашыу осоро — 6 ай. Эш хаҡы минималь эш хаҡынан кәм түгел. Стажировка өсөн Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәре түләйәсәк.

Мәшғүллек үҙәктәрендә өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин: https://vk.cc/cj8a2J

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: