ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль , 09:30

Ниндәй сәбәптәр нигеҙендә самолетҡа алынған кире ҡайтарылмай торған билет аҡсаһын ҡайтартырға мөмкин?

Ҡайтарылмай торған авиабилеттарҙы, етди сәбәптәр булғанда, кире тапшырырға мөмкин. Етди сәбәптәргә нимә инә – "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Авиакомпания ҡайтарылмай торған билет аҡсаһын түбәндәге осраҡтарҙа кире ҡайтара:

- Рейс туҡтатылһа йәки оҙаҡҡа тотҡарланһа. Тотҡарланыу ваҡыты авиакомпанияның эске ҡағиҙәләре нигеҙендә билдәләнә.

- Авиакомпания билет һатылғандан һуң рейс маршрутын үҙгәртһә.

- Пассажирға рейста урын биреү мөмкин булмаһа. Был хәл, мәҫәлән, билеттар һаны самолеттағы урындарға ҡарағанда күберәк һатылған осраҡта була.

- Пассажирҙы тикшереү зонаһында оҙаҡ тотҡарлап, һөҙөмтәлә тыйылған әйберҙәр табылмаһа.

- Берҙәм осош ойошторған осраҡта авиакомпания рейстарҙы тап килтерә алмаһа.

- Пассажирҙың ғаилә ағзаһы йәки яҡын туғаны вафат булһа.

- Пассажир үҙе йәки уның менән осорға тейешле кеше (пассажирҙың ғаилә ағзаһы йәки яҡын туғаны) ауырып китһә.

Ҡайтарылмай торған авиабилет аҡсаһын нисек кире түләтергә – киләһе яҙмала уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: